Ҡоймаҡ ҡамыры ҡашыҡтан еңел генә ағып төшөргә тейеш, артыҡ ҡуйы булһа, уның эсе бешмәй.
Бешерер алдынан ҡоймаҡ ҡамырына күпертелгән йомортҡа ағы ҡушһаң, ул тағы ла тәмлерәк булыр.
Әгәр ҡоймаҡ ҡамырына йылытылған үҫемлек майы ҡушһаң, табаны майлап тормаһаң да була.
Артыҡ ҙур булмаған, ҡалын төплө суйын табала белен айырыуса уңа. Бешерә башлар алдынан табаны йылытырға һәм майларға кәрәк.
Кекстың төҫө матур булһын өсөн, ҡамырға йомортҡа һарыһын кистән ҡушып, иртәнгә тиклем һалҡын урында тоталар.
Тортты артыҡ ҡыҙыу мейестә бешерергә ярамай. Ҡыҙыуға уның тышы ҡатып китә, ә эсе бешеп өлгөрмәй.