+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Декабрь 2019, 19:00

Яңы йылға Дәүләкән матурланасаҡ

Яңы 2020 йыл етеүгә айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡала

Ҡалала алдағы байрамдарға әҙерлек башланды
Балалар иртәлектәре, боҙ тауҙары, бүләктәр һәм, әлбиттә, биҙәлгән шыршы. Яңы 2020 йыл етеүгә айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡала. Тиҙҙән һәр беребеҙ байрам алды мәшәҡәттәренә күмеләсәк. Декабрь аҙағына тиклем башҡараһы эштәр етерлек.
Ә әлегә дәүләкәндәр өсөн байрам атмосфераһын ҡала үҙәгендә һәм паркта булдыра башланылар. Бында шыршылар ултыртылды. 15 метрҙан ашыу бейеклектәге йәшел һылыуҡайҙарҙы ҡалала йәшәүселәр бирҙе. Тиҙҙән байрамдың төп символдары шарҙар, уйынсыҡтар менән биҙәлер, ҡала майҙаны төрлө төҫтәрҙәге уттар менән балҡыр. Боҙ ҡаласығындағы тауҙа балалар рәхәтләнеп шыуыр. Шулай уҡ боҙҙан төрлө һындар килеүселәрҙе үҙенә ылыҡтырып торор.
Быйыл ҡалала һәм районда йәшәүселәрҙе ҡала майҙанында ғына түгел, Дәүләкән Арбатында ла ҡыуандырасаҡтар. Бында 17 постамент ҡуйылған, уларҙа боҙҙан һәм ҡарҙан яһалған һындар урын аласаҡ. Тиҙҙән бында ла эш ҡайнаясаҡ. Был эштә ҡала халҡы үҙҙәре лә ҡатнаша ала.
Бынан тыш, байрам алдынан үҙәк баҙар ҡаршыһында йәйәүлеләр үтә торған урынға Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүселәрҙең һәм уны төрлө йылдарҙа тамамлаусыларҙың һүрәттәре менән биҙәлгән оло баннер урынлаштырылды. Асыҡ һауала үҙенсәлекле картиналар галереяһында йөҙләгән һүрәт ҡуйылған. Был эштәрҙең күбеһе БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, яҡташыбыҙ Ильис Ямалетдинов тарафынан үткәрелгән «Минең кесе тыуған ерем» конкурсында ҡатнашты.
Ҡала паркының үҙендә лә Яңы йылға әҙерлек бара. Бында шыршы ултыртылған, каток та әҙер. Ошо көндәрҙә уны асыу тантанаһы буласаҡ. Тимәк, әүҙем ял яратыусылар тиҙҙән ваҡытын сәләмәтлек өсөн файҙа менән үткәрә алыр.
Быйыл, һәр ваҡыттағыса, магазиндар, предприятиелар, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары байрам кәйефе тыуҙырасаҡ. Уларҙың һәр береһенең ихатаһы, инеү урындары мотлаҡ биҙәләсәк. Шуны әйтергә кәрәк, быға ҡала халҡы ла ҡушыла башланы. Күптәр үҙҙәренең ишек алдында, йорт фасадтарына гирляндалар элә, был Дәүләкән урамдарына байрамса төҫ бирә.
Ә быйыл ҡала халҡы алдағы байрамдарҙа ҡатнашырға һәм микрорайондарҙы биҙәр өсөн үҙҙәренең участкаларында үҫкән тағы бер нисә шыршыны бүләк итергә теләк белдерҙе.
Балалар өсөн иртәлектәр әҙерләнә. Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары сараларында мәҙәниәт йорттарында, сәнғәт мәктәбендә, Балалар ижады йортонда, өҫтәмә белем биреү үҙәктәрендә шөғөлләнеүселәр ҡала халҡына күңелле ял минуттары бүләк итәсәк.
Читайте нас: