+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2019, 13:50

Егете ташлағас, балаһын һатҡан

Әсәһе килгәс, ҡыҙының күкрәктәренә һөт төшкәнен абайлап ала. Ул ейәнен ҡайтарыу өсөн полицияға мөрәжәғәт итә.Мәскәүҙә 22 йәшлек ҡатын ялған документтар буйынса бала тапҡан һәм сабыйын һатып ебәргән. Уның был енәйәте тураһында әсәһе полицияға хәбәр иткән.Айгөл исемле ҡыҙ башҡалаға Ҡырғыҙстандан күсенеп килә. Былтыр ул Аҡыл исемле егет менән таныша. Егет тә ҡырғыҙ була. Улар осрашып йөрөй, бер аҙҙан Айгөл ауырға ҡала. Быны белгәс, Аҡыл Айгөлдө ташлай һәм тыуған яҡтарына ҡайтып китә.Айгөл иһә баланы таба һәм һата. Быны белгәс, уның әсәһе ейәнен ҡайтармаҡсы була. Ләкин яңы ата-әсә сабыйҙы үҙ туғандарына ҡайтарыуҙан баш тарта. Шунан һуң Айгөлдөң әсәһе полицияға мөрәжәғәт итә.Бала тапҡан ваҡытта Айгөлдөң документтары ла, йәшәгән урыны ла булмай, ул хостелда йәшәй. Ҡыҙ баланан ҡотолорға уйлай, был турала интернет-форумда яҙа. Ошо форумда уға 35 йәшлек Гөлинә һәм 34 йәшлек Эрмек исемле ир менән ҡатын мөрәжәғәт итә. Улар ҙа Ҡырғыҙстандан була.Яңы таныштары Айгөлгә баланы табырға кәңәш итә. Улар бөтә сығымдарҙы ла үҙ өҫтәренә ала, бының өсөн Айгөл яңы тыуған балаһын ошо ғаиләгә бирергә тейеш була. Ҡыҙ ризалаша. Айгөл балаһын Гөлинәнең документтары буйынса табасаҡ тип килешәләр.18 августа Айгөлдө Гөлинә менән Эрмек дауаханаға илтә. Ул Гөлинәнең документтары буйынса бала тыуҙыра, август аҙағында баланы «һатып алыусылар»ға бирә. Улар иһә аҡсаны алдан түләй башлай, май айынан сентябргә тиклем Айгөлгә 150 мең һум аҡса бирәләр.Ә Айгөл был хаҡта башҡасараҡ һөйләй. Ул бала тапҡандан һуң ауырый башлаған. Балаһын иһә Гөлинә менән Эрмек ғаиләһендә ҡалдырып ҡына торған. Тик дауаханан сыҡҡас, был ғаилә уға балаһын кире биреүҙән баш тартҡан. Улар документтар буйынса баланың ата-әсәһе булыуын иҫкә төшөргән.Шунан һуң Айгөл янына әсәһе килә. Ул ҡыҙының күкрәктәренә һөт төшөүен күрә. Айгөл бөтәһен дә һөйләп бирә. Әсәһе полицияға мөрәжәғәт итә.Полиция хеҙмәткәрҙәре Айгөлдө, Гөлинәне, Эрмекты ҡулға алған. Уларға ҡарата «кешеләр менән һатыу итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Сабыйҙы балалар йортона тапшырғандар.Автор: Ризида Вәлитова.Фото: интернет селтәрҙәренән.«Ҡыҙыл таң» гәзите сайтынан.

Әсәһе килгәс, ҡыҙының күкрәктәренә һөт төшкәнен абайлап ала. Ул ейәнен ҡайтарыу өсөн полицияға мөрәжәғәт итә.
Мәскәүҙә 22 йәшлек ҡатын ялған документтар буйынса бала тапҡан һәм сабыйын һатып ебәргән. Уның был енәйәте тураһында әсәһе полицияға хәбәр иткән.
Айгөл исемле ҡыҙ башҡалаға Ҡырғыҙстандан күсенеп килә. Былтыр ул Аҡыл исемле егет менән таныша. Егет тә ҡырғыҙ була. Улар осрашып йөрөй, бер аҙҙан Айгөл ауырға ҡала. Быны белгәс, Аҡыл Айгөлдө ташлай һәм тыуған яҡтарына ҡайтып китә.
Айгөл иһә баланы таба һәм һата. Быны белгәс, уның әсәһе ейәнен ҡайтармаҡсы була. Ләкин яңы ата-әсә сабыйҙы үҙ туғандарына ҡайтарыуҙан баш тарта. Шунан һуң Айгөлдөң әсәһе полицияға мөрәжәғәт итә.
Бала тапҡан ваҡытта Айгөлдөң документтары ла, йәшәгән урыны ла булмай, ул хостелда йәшәй. Ҡыҙ баланан ҡотолорға уйлай, был турала интернет-форумда яҙа. Ошо форумда уға 35 йәшлек Гөлинә һәм 34 йәшлек Эрмек исемле ир менән ҡатын мөрәжәғәт итә. Улар ҙа Ҡырғыҙстандан була.
Яңы таныштары Айгөлгә баланы табырға кәңәш итә. Улар бөтә сығымдарҙы ла үҙ өҫтәренә ала, бының өсөн Айгөл яңы тыуған балаһын ошо ғаиләгә бирергә тейеш була. Ҡыҙ ризалаша. Айгөл балаһын Гөлинәнең документтары буйынса табасаҡ тип килешәләр.
18 августа Айгөлдө Гөлинә менән Эрмек дауаханаға илтә. Ул Гөлинәнең документтары буйынса бала тыуҙыра, август аҙағында баланы «һатып алыусылар»ға бирә. Улар иһә аҡсаны алдан түләй башлай, май айынан сентябргә тиклем Айгөлгә 150 мең һум аҡса бирәләр.
Ә Айгөл был хаҡта башҡасараҡ һөйләй. Ул бала тапҡандан һуң ауырый башлаған. Балаһын иһә Гөлинә менән Эрмек ғаиләһендә ҡалдырып ҡына торған. Тик дауаханан сыҡҡас, был ғаилә уға балаһын кире биреүҙән баш тартҡан. Улар документтар буйынса баланың ата-әсәһе булыуын иҫкә төшөргән.
Шунан һуң Айгөл янына әсәһе килә. Ул ҡыҙының күкрәктәренә һөт төшөүен күрә. Айгөл бөтәһен дә һөйләп бирә. Әсәһе полицияға мөрәжәғәт итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре Айгөлдө, Гөлинәне, Эрмекты ҡулға алған. Уларға ҡарата «кешеләр менән һатыу итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Сабыйҙы балалар йортона тапшырғандар.
Автор: Ризида Вәлитова.
Фото: интернет селтәрҙәренән.
«Ҡыҙыл таң» гәзите сайтынан.
Читайте нас: