Һиндостанда йәшәүсе ирҙең маңлайына «шайтан мөгөҙө» үҫеп сыҡҡан
Һинд ауылы Рахлинан (Мадхья-Прадеш штаты) 74 йәшлек фермер Шьям Лал Ядав бынан 5 йыл элек маңлайын ныҡ итеп бәрә. Һөҙөмтәлә уның маңлайында оро барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә оролар берәй аҙна үткәс бөтә. Әммә был һинд кешеһенеке киреһенсә, ваҡыт үтеү менән ҙурайып үҫә башлай, тип хәбәр итә Planetanovosti.com порталы.
Маңлайында ысын мәғәнәһендә «мөгөҙ» үҫеүен күреп, ир ҡурҡыуға ҡала. Ул ҡаты һәм ҡарағусҡыл төҫтә була. Шьям Лал сәсен ҡырҡтырғанда «мөгөҙ»ҙө лә киҫеүҙәрен үтенә, әммә бер кем дә быға батырсылыҡ итмәй. Фермер маңлайында көн һайын нығыраҡ ҙурая барған оро менән йөрөргә мәжбүр була.
«Мөгөҙ» 10 сантиметрға еткәс, Ядав дауаханаға бара, сөнки «мөгөҙ»ҙө башҡаса баш кейемдәре менән ҡаплап булмай башлай. Белгестәр «мөгөҙ»ҙөң кератиндан булыуын асыҡлай. Кешеләрҙең сәс һәм тырнаҡтары тап ошо матдәнән тора.
Фермерға операция яһайҙар һәм баш һөйәгендәге тире ҡатламының бер өлөшө менән бергә «мөгөҙ»ҙө лә киҫеп алалар. Уны зарарлы ҡояш нурҙарының тәьҫирендә барлыҡҡа килгән тип фаразлайҙар. Ғәҙәттә бындай «мөгөҙ»ҙәр көйҙөргөс ҡояш нурҙары аҫтында оҙаҡ ваҡыт эшләгән кешеләрҙә барлыҡҡа килә.
Операциянан һуң «мөгөҙ» ҡайтанан үҫкәнме-юҡмы икәне хәбәр ителмәй.
Фото интернет селтәрҙәренән алынды.