+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2019, 12:30

Рәсәйҙә Билдәһеҙ һалдат көнө

Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,Был – билдәһеҙ һалдат һәйкәле.Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?Билдәһеҙме, хәтер әйт әле?!(Мостай Кәрим).

3 декабрь– ил территорияһында йәки унан ситтә ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған Рәсәй һәм Совет хәрбиҙәре иҫтәлегенә арналған Билдәһеҙ һалдат көнө.
Был ҡарар 2014 йылдың октябрендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителә, ә уға ярашлы Указға Рәсәй Федерацияһы Президенты шул уҡ йылдың ноябрендә ҡул ҡуя.
20 һәм 21 быуаттарҙағы һуғыш һәм ҡораллы конфликттар ваҡытында ике миллионға яҡын Совет һәм Рәсәй гражданы хәбәрһеҙ юғалған.
Билдәһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү һәм асыҡлау эштәре йыл һайын дауам итә. Рәсәй Оборона министрлығы һәм ирекмәндәр эҙләнеү экспедициялары һәм архив документтарын өйрәнеү барышында һуғышта һәләк булғандарҙың яҙмышын белергә ярҙам итә.
«Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған» тигән һүҙҙәр был иҫтәлекле көндөң символы булып тора.
Читайте нас: