+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2019, 19:05

Аҡ төҫтәге ҡан

Германияла дауаханаға ғәҙәти булмаған пациент мөрәжәғәт итә.Немец клиникаларының береһенә 39 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Ул күңеле болғаныуы, башы ауыртыуы һәм иғтибары кәмеүгә зарлана.

Германияла дауаханаға ғәҙәти булмаған пациент мөрәжәғәт итә.
Немец клиникаларының береһенә 39 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Ул күңеле болғаныуы, башы ауыртыуы һәм иғтибары кәмеүгә зарлана. Медпунктта пациент аңын юғалта. Табиптар уның ҡанын анализға алырға була. Был уларға ауырлыҡ менән бирелә, сөнки триглицеридтар кимәле юғары булыу һөҙөмтәһендә пациенттың ҡаны ҡуйы була.
Ирҙең диабетик кетоацидоз менән ауырыуы асыҡлана. Был осраҡта организм ҙур тиҙлек менән тәндәге май ҡатламын тарҡата башлай. Ирҙең ҡанындағы триглицеридтарҙың кимәле 14000 мг/дл була, ә нормала ул күрһәткес тик 150 мг/дл ғына. Һөҙөмтәлә ҡанды аҡ төҫкә индереүсе реакция барлыҡҡа килә.
Кельн ҡалаһының Университет клиникаһы табиптары Филипп Келер һәм Матиас Кочанек әйтеүенсә, врачтар плазмафарез эшләргә ниәтләй, әммә аппаратҡа май тығылыу сәбәпле быны эшләй алмайҙар. Белгестәр пациенттың ҡанын ағыҙып, урынына донор ҡаны һалырға ҡарар итә. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлайҙар. Һөҙөмтәлә плазмафарез эшләнә. Был осраҡ һимереүҙең, дөрөҫ туҡланмауҙың һәм диабеттан дауаланырға теләмәүҙең ошондай күңелһеҙ хәлдәргә килтереү мөмкинлеген күрһәтә.
Читайте нас: