-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2019, 19:10

Йорт стенаһынан дауалаусы шыйыҡса аға...

Сидней ҡалаһында башҡаларынан бер ни менән дә айырылмаған ябай йорт бар. Ысынында иһә бинала тулы мәғәнәһендә мөғжизә күҙәтелә: стеналарҙан майлы шыйыҡса һарҡып сыға.

Сидней ҡалаһында башҡаларынан бер ни менән дә айырылмаған ябай йорт бар. Ысынында иһә бинала тулы мәғәнәһендә мөғжизә күҙәтелә: стеналарҙан майлы шыйыҡса һарҡып сыға.
Был хәл йортта йәшәүсе Джордж һәм Лина Таннустарҙың 17 йәшлек Майкл исемле улдары үлгәндән һуң башлана. Фажиғәнән һуң бер тәүлек үтеүгә стеналар «илай» башлай. Ауыр юғалтыу кисергән ата-әсә тәүҙә быға иғтибар итмәй.
Күпмелер ваҡыт үткәс, улар йорттоң «илаған» стеналарын күрә. Тәүҙә Таннустар был проблеманы бөтөрөү өсөн оҫталар саҡыра, әммә бөтә тырышлыҡтар ҙа бушҡа булып сыға. Майлы шыйыҡсаның дауалау көсөнә эйә булыуы асыҡлана (ул бөтә ауырыуҙарҙы ла дауалай тип иҫәпләнә). Бынан тыш, элек бала таба алмаған ҡатындар йортҡа ингәндән һуң күпмелер ваҡыт үткәс, ауырға ҡалған.
Йорт көн һайын унарлаған ғаиләне «ҡабул итә». Улар тылсымлы шыйыҡсаны йыйып ала. Уны һыуға һалып болғатҡандан һуң, эсәләр һәм «мөғжизә көтә башлайҙар».
Йорт хужалары кешеләрҙән бер тин дә аҡса алмай. Улар был шыйыҡсаны ғалимдарға ла биреп ҡарай, үкенескә ҡаршы, белгестәр уның нәмәнән тороуын асыҡлай алмай.
Читайте нас: