+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2019, 18:35

5 декабрҙә балыҡ ашағыҙ

Халыҡ юрауҙары һәм Прокоп көнөнөң (5 декабрь) йолаларыДекабрь тулы ҡеүәтенә хакимлыҡ итә башланы: көндәр һыуыта, ҡар яуа. Әлбиттә, ҡар күберәк яуһа, бейек һырынтылар ятһа, яҡшыраҡ булыр ине!

Халыҡ юрауҙары һәм Прокоп көнөнөң (5 декабрь) йолалары
Декабрь тулы ҡеүәтенә хакимлыҡ итә башланы: көндәр һыуыта, ҡар яуа. Әлбиттә, ҡар күберәк яуһа, бейек һырынтылар ятһа, яҡшыраҡ булыр ине!
Ауыл кешеләре араһында 5 декабрь – Прокоп көнөнә ҡағылышлы шундай юрау йәшәй – бөгөн мотлаҡ балыҡтан әҙерләнгән ризыҡ ашарға кәрәк.
Юрауҙарға ярашлы был көндө балыҡ ашаған кеше йыл буйына үҙен «һыуҙағы балыҡ кеүек» хис итәсәк, уның барлыҡ эштәре лә уңасаҡ тип иҫәпләнә.
Ғәҙәттә Прокоп көнөнә баҫыуҙар, урмандар, йылға-күлдәр аша ҡышҡы юл – сана юлы һалына.
Боронғо йола буйынса ҡышҡы юлды олоһо ла, кесеһе лә һала. Был эш бик күңелле бара.
Юлдар һалынып бөткәс, кисен бөтәһе лә бер өҫтәл артына йыйылған. Үҙе менән өҫтәлгә кемдер балыҡ, кемдер картуф, йәки һөт һәм ҡатыҡ алып килгән.
Күңелле кис ултырыуҙар ойошторғандар, йырлағандар, бейегәндәр, йомаҡтар сискәндәр.
Бына шундай ул – декабрҙең бишенсе көнө!
Читайте нас: