+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2019, 16:15

Күҙ йәштәре урынына – кристалдар

22 йәшлек ҡыҙ күҙ йәштәре урынына кристалдар менән илай. Табиптар был феноменды аңлата алмайҙар.

22 йәшлек ҡыҙ күҙ йәштәре урынына кристалдар менән илай. Табиптар был феноменды аңлата алмайҙар.
22 йәшлек әрмән ҡыҙы уникаль үҙенсәлеккә эйә: һәр көн иртән ул күҙҙәренән кристалдар ала. Улар ҡыҙҙың күҙҙәрендә йәш тамсылары урынына барлыҡҡа килә. Әлегә табиптар был феномен алдында көсһөҙ булып сыҡҡан, улар хатта дөрөҫ диагноз да ҡуя алмай. Ҡыҙҙың яҡындары үҙ сиратында был хәлгә битараф булмаған эксперттарҙан ярҙам һорай тип хәбәр итәләр planetanovosti.com порталында.
Көн һайын Сатеник Казарян кристалдарҙы күҙҙәренән алғанда, түҙеп булмаҫлыҡ ауыртыуға дусар була. Был проблема ҡыҙ стоматолог кабинетына барғас башлана. Унда ҡыҙҙың күҙенә сүп кергән тип уйлайҙар. Һөҙөмтәлә иһә офтальмолог бер нисә кристалл килтереп сығара.
Сатеникты төрлө табиптар тикшереп ҡарай, ҡайһылары хатта ҡыҙҙың һәм уның ата-әсәһенең һөйләүенә ышанмай. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙға бер нисә төрлө дарыу һәм күҙ тамсылары ғына тәғәйенләргә мәжбүр булалар. Уларҙың ҡайһылары ярҙам итә, тик ҡыҙҙың дөйөм торошона йоғонто яһай. Шуға күрә дауалауҙы туҡтатырға ҡарар ителә.
Әрмән ҡыҙының хәле менән һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла ҡыҙыҡһына. Әлегә бөтә тырышлыҡтар тик дөрөҫ диагноз ҡуйыуға ғына ҡайтып ҡала. Ҡайһы бер табиптар уйлауынса, Сатеник цистиноз (аминокислоталарҙың метаболизмы боҙолоу) менән ауырый тип фаразлай.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: