+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2019, 11:15

7 декабрь Халыҡ-ара граждандар авиацияһы көнө

Рәсәйҙә граждандар авиацияһы Совет власының тәүге йылдарында үҙ эшен башлай.

1996 йылдың декабрендә БМО Генераль Ассамблеяһы үҙенең резолюцияһы менән 7 декабрҙе Халыҡ-ара граждандар авиацияһы көнө тип иғлан итә һәм хөкүмәттәрҙе, шулай уҡ тейешле милли, төбәк, халыҡ-ара, хөкүмәт-ара ойошмаларҙы был көндө байрам итеү өсөн тейешле саралар күрергә саҡыра.
Рәсәйҙә граждандар авиацияһы Совет власының тәүге йылдарында үҙ эшен башлай. 1923 йылда 420 километр оҙонлоғондағы беренсе Мәскәү – Түбәнге Новгород авиалинияһы асыла.
Бөгөнгө көндө авиацияһыҙ күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Граждандар авиацияһы кешеләр, йөктәр, почта ташып ҡына ҡалмай, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү, санитар саралар үткәреү өсөн дә файҙаланыла, иҡтисад һәм фән эшмәкәрлегенең айырым өлкәләрендә, шулай уҡ эҙләү-ҡотҡарыу, авария-ҡотҡарыу эштәре башҡара, тәбиғәт ғәрәсәттәре ваҡытында ярҙам күрһәтә.
Читайте нас: