+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2019, 16:00

9 йәштә – университет дипломы!

Нидерландта йәшәүсе Лоран Симонсҡа ни бары 9 йәш. Бер айҙан һуң ул Эйндховен техник университетын тамамлау тураһында диплом аласаҡ.

Ул юғары белемде 1,5 йылда үҙләштергән.
Нидерландта йәшәүсе Лоран Симонсҡа ни бары 9 йәш. Бер айҙан һуң ул Эйндховен техник университетын тамамлау тураһында диплом аласаҡ.
Лоран 8 йәшендә урта мәктәпте тамамлаған. Университеттың тулы курсын үҙләштереү өсөн вундеркиндҡа 1,5 йыл ваҡыт еткән.
Хәҙер ул юғары белемле иң йәш белгес һанала.
Быға тиклем 10 йәшлек Майкл Карни АҠШ-тың Алабама университеты дипломын алып рекорд ҡуйған ине.
Автор: Иҙрис Сәйетғәлиев.
«Ҡыҙыл таң» гәзитенең сайтынан алынды.
Фото: интернет селтәрҙәренән.
Читайте нас: