-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2019, 17:00

"Ауылда һөйләшерҙәй йүнле кеше бармы?!"

Автобуста кемдеңдер беҙҙәй бармағы менән ҡаты итеп бөйөрөнә төртөүгә, Фәүриә "аһ" итеп ҡалды. Кем былай йәмһеҙ ҡылана икән тип артына боролоп ҡарауға, ауыҙын бейәләйҙәй итеп йырып торған ауылдашы Мәҙәниәне күрҙе.

Автобуста кемдеңдер беҙҙәй бармағы менән ҡаты итеп бөйөрөнә төртөүгә, Фәүриә "аһ" итеп ҡалды. Кем былай йәмһеҙ ҡылана икән тип артына боролоп ҡарауға, ауыҙын бейәләйҙәй итеп йырып торған ауылдашы Мәҙәниәне күрҙе. Ҡыҙыҡай бөтә халыҡҡа ишетелерлек итеп:
– Сәләм! – тип һөрән һалды ла, онотоп ҡуймайым тигәндәй, үпкәһен әйтеп ҡалырға ашыҡты. – Ай-һай, эре ҡыланаһың. Баянан бирле бер автобуста киләбеҙ, килештереп күрмәмеш булып тораһың. Үҙем теге баштан кеше йырмаслай-йырмаслай яныңа саҡ килеп еттем. Эй, һин ғүмер баҡый шулай ҡыландың инде...
– Кит, нимә һөйләйһең, күрмәнемсе, – тине Фәүриә.
Бер урамда уйнап үҫкән, инде байтаҡтан күҙгә-башҡа салынмағанауылдашын осратыуға Фәүриә һәләк шатланды..
– Өфөгә ниндәй елдәр ташланы?- тип һораны ул.
– Сессияға килдем!
Фәүриә, аптырап:
– Сессияға? –тип һораны ла, ауылдашының хәҙер унынсы йыл педагогия институтында ситтән тороп уҡыуын иҫенә төшөрөп, телен арҡыры тешләне. Унан һүҙҙе икенсегә бора һалды:
– Хәлдәр нисек?
– Ал да гөл.
– Ауыл яғына ҡайтҡаның бармы?
– Бына әле ауылдан килеүем. Бустыйға ҡайтҡанмын, кәйефем ҡырылып килде, – тип теҙҙе Мәҙәниә.
– Ниңә улай, бер-бер хәл булмағандыр?
– Үҙең беләһең бит инде, ауылда рәхәтләнеп һөйләшерҙәй йүнле кеше бармы, өйөрлө необразованныйҙар. Бигерәк мәҙәниәтһеҙҙәр инде. Шуға өйҙән дә сыҡманым. Өйҙә лә инде, Хоҙайым, компьютерға ултырыр әмәл юҡ, әсәйем, ҡыҙым, бәрәңге утар кәрәк, жугына ағыу һиптерер кәрәк, шулайтайыҡ, былайтайыҡ тип пакуй бирмәй. Как будто донъяла шуларҙан башҡа нәмә юҡ. Әй, онота яҙып торам, әсәйем анау ҡупырыҡ Әхмәтте бисәһе ҡыуып ҡайтарған шикелле тип һөйләй ине...
Мәҙәниә ауылдашына тағы әллә күпме яңылыҡты бүҫкәртер ине, көтмәгәндә яңылыш ҡына ҡағылған ир уның барса уйҙарын бүлде. Ҡыҙҙың төҫө боҙолдо. Ул күҙен зәһәр алартып, теге әҙәмгә ташланды:
– Һыйыр һымаҡ өҫкә менеп килмәһегеҙ, күҙегеҙгә ботаҡ үҫкәнме ни?
Ҡыҙыҡай иргә ғәфү үтенергә тип ҡыймылдаған ауыҙын асырға ла ирек бирмәне:
– Исмаһам, оялмайһығыҙ ҙа, мәҙәниәтһеҙ, беләбеҙ инде һеҙҙең кеүектәрҙе, салбар кейеп ир булыуығыҙҙы әйтер инем, исмаһам, ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәт итергә өйрәнер инегеҙ.
Мәҙәниәтле ҡыҙҙың нотоғонан ҡолағы тонған ир, кәрәкле туҡталышына ла барып етергә сыҙар әмәле ҡалмай, “тфү” тине лә автобустан төшөп ҡалды...
Фото: uzaomos.news
Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас в