Шул ваҡыттан алып «Рәсәйҙең хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында»ғы Федераль законда билдәләнә. Тап ошо көндө (иҫке стиль буйынса 26 ноябрь) 1769 йылдың 9 декабрендә император Екатерина II Еңеүсе Изге Георгий орденын булдыра, уның менән яуҙа ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән яугирҙарҙы наградлайҙар.
1917 йылға тиклем был көндө Рәсәйҙә Георгий кавалерҙары байрамы билдәләнә. Хәҙер 9 декабрҙә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр.
Ватан ҡаһармандары көнө хәрби батырлыҡтар һәм Рәсәй Армияһы Геройҙары тарихын берләштерергә, йыш ҡына үҙ ғүмерен фиҙа ҡылып, Тыуған иле хаҡына батырлыҡ яһаған кешеләр хаҡында хәтергә төшөрөргә тейеш.