+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Декабрь 2019, 15:25

Декабрҙә магнит дауылдары

2019 йылдың декабренә магнит дауылдары теҙмәһеДекабрь айында көслө электромагнит тулҡындар булыуы көтөлә. Улар хатта был күренешкә тотороҡло кешеләргә лә ҡағыласаҡ.

2019 йылдың декабренә магнит дауылдары теҙмәһе
Декабрь айында көслө электромагнит тулҡындар булыуы көтөлә. Улар хатта был күренешкә тотороҡло кешеләргә лә ҡағыласаҡ. Был һөжүмдәргә әҙер тороу өсөн 2019 йылдың декабрь айына магнит дауылдары теҙмәһе менән танышырға кәңәш итәбеҙ. Һеҙ йылдың һуңғы айының теге йәки был көнөндә нимәгә әҙер торорға кәрәклеген алдан уҡ белерһегеҙ тип хәбәр итә planetanovosti.com порталы.
Декабрҙә ярайһы ғына көслө 4 магнит дауылы көтөлә. Эксперттар был көндәрҙә баш ауыртыуы, төрлө мигрендәргә, йөрәк, ҡан баҫымы ауырыуҙарына әҙер торорға һәм үҙегеҙ менән дарыуҙар йөрөтөргә кәңәш итә.
Беренсе уртаса көстәге магнит һөжүме 3 декабрҙә үтте. Ул хроник сирҙәрҙе көсәйтте. Был көндә алкоголле эсемлектәр эсеү, майлы аҙыҡ ашау һәм күберәк саф һауала йөрөргә кәрәк ине.
Икенсе магнит дауылы 26 декабрҙә көтөлә. Ул айырыуса көслө буласаҡ. Кешеләрҙең был көндә баштары ауыртып ҡына ҡалмай, ә хәлһеҙлек һәм иғтибарын юғалтыу тоясаҡ. Мөмкин булһа, ҡатмарлы һорауҙарҙы хәл итеүҙе кисектереп торорға кәңәш ителә.
28 декабрҙә артыҡ көслө булмаған, ә 29-нда көслө магнит дауылдары көтөлә. Психик торошоғоҙ ҡатмарланасаҡ. Был көндәрҙә күберәк ял итеү ҡатмарлы осорҙо еңелерәк үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Читайте нас: