-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Декабрь 2019, 14:55

"Миңә ундай әсәй кәрәкмәй"

Айрат беҙҙең урамдың икенсе осонда йәшәһә лә, бәләкәйҙән дуҫ булдыҡ. Аҡыллы, ярҙамсыл малай ине. Яҡшы уҡыны. Башҡа малайҙар кеүек һуғышып, тәртип боҙоп та йөрөмәй. Атаһы уға ағастан ҙур итеп машина, башҡа уйынсыҡтар эшләп биргәйне. Көнө буйы уларҙа рәхәтләнеп уйнабыҙ.

Айрат беҙҙең урамдың икенсе осонда йәшәһә лә, бәләкәйҙән дуҫ булдыҡ. Аҡыллы, ярҙамсыл малай ине. Яҡшы уҡыны. Башҡа малайҙар кеүек һуғышып, тәртип боҙоп та йөрөмәй. Атаһы уға ағастан ҙур итеп машина, башҡа уйынсыҡтар эшләп биргәйне. Көнө буйы уларҙа рәхәтләнеп уйнабыҙ. Асығып китһәк, баҡсаларына инеп рәхәтләнеп алма менән һыйланабыҙ. Бер аҙ үҫә төшкәс, атаһы Айратҡа фотоаппарат алып бирҙе. Ауылда берҙән-бер фотоға төшөргән кеше ул булды.
Айрат атаһы, өләсәһе менән генә йәшәй. Уның әсәһе булмауға аптырайым. Әсәйһеҙ нисек йәшәй икән? Бигерәк ҡыйындыр инде. Беҙ әсәй күрше ауылға йомош-фәләнгә киткән арала уны һағынып бер булабыҙ. Күңелһеҙ, өйҙә торғо ла килмәй. Атай бар ҙа ул, барыбер әсәй һымаҡ түгел. Шунан оло юлға сығып әсәйҙе көтә башлайбыҙ. Уны күреп ҡалыу менән йүгереп барып ҡосағына ташланабыҙ.
- Әсә-ә-ә-әй! – Уның ҡулындағы сумкаһына үреләбеҙ.
- Нимәкәй алдың? – Әсәйебеҙ кәнфитме, печеньемы алып бирә. Әсәй менән бергә ҡайтып инеү шул тиклем күңелле! Әлдә әсәйем бар әле тип эстән генә ҡыуанам. Үлеп кенә ҡуймаһын теләйем эстән.
Бер көндө әсәйемдән:
- Ни эшләп Айраттың әсәһе юҡ ул? – ти һораным.
- Ташлап сығып китте.
- Йәлләмәнеме икән? Әсәйһеҙ бигерәк ҡыйындыр инде.
- Йәлләмәгәндер, күрәһең. Йөрәге булһа, балаһын ташлап ҡалдырмаҫ ине.
- Ә кейемен кем йыуа, кем ашарға бешерә икән?
- Атаһы, өләсәһе.
Һуңынан шул билдәле булды. Айраттың әсәһе күрше ауылдан булған. Өс айлыҡ ҡына ваҡытында уны ихата яғынан ишек алдына һалған да үҙе Үзбәкстан яғына сығып киткән. Эштән ҡайтҡан атаһы улын шунда табып ала. Минең Айрат менән бер йылғы ағайым бар ине. Ҡайһы ваҡыт өләсәһе уны әсәйемә имеҙергә лә килтерер булған.
Бер ваҡиғаны әсәйем йыш һөйләй торғайны. Өләсәһе Айратты күрше ауылға укол ҡаҙатырға алып барған.
- Ҡайтышлай беҙгә килеп инделәр, – ти әсәйем. – Көн эҫе булғас, малай илап, ярһып бөткән. Тиҙ генә баланы ҡулға алып, түшемде ҡаптырҙым. Айрат үҙе миңә ҡарай, үҙе күкрәгемде матҡып алып супылдатып имә. Ныҡ асыҡҡан булған бахыр. Имеп туйғас, ҡосағымда уҡ иҙрәп йоҡлап китте. Эй, шул ваҡыт бисараны йәлләүем. Түҙмәй илап ебәрҙем. Әсәй булған әҙәм нисек йөрәге етеп ташлап китте икән? Ғибрәт! Ни йәне менән тыныс йәшәп яталыр...
Әсәйем һөйләгәнде тыңлап, минең дә күҙҙән йәш килеп сыҡты.
Көндәрҙең береһендә уйнап йөрөгәндә дуҫыма күптән йөрәгемде өйкәп йөрөгән һорауҙы бирҙем.
Айрат, һинең әсәйеңде күргең киләме?
-Юҡ, мин уны күргем дә килмәй!
- Ә яратаһыңмы?
- Юҡ!
- Яратмайһың? Әсәйеңде? – Дуҫымдың яуабына аптырап, ҡабатлап һорайым. Нисек инде әсәйҙе яратмаҫҡа була?
- Ни эшләп яратайым! Ул бит мине ташлап киткән.
- Әсәйеңде бер ҙә күргәнең булманымы?
- Кәртешкәнән күргәнем бар.
- Миңә лә күрһәт әле. Әсәйеңде күргем килә.
- Утҡа яҡтым бит ул кәртешкәне. Кәрәкмәй миңә ундай әсәй. Әсәйҙәр һинеке кеүек була.
Үҫә төшкәс, дуҫымдан башҡаса әсәһе хаҡында бер ҙә һорашманым.
Йылдар үтте. Айрат ир ҡорона инде. Ауылға ҡайтҡанда әсәйемдән тағы:
- Айраттың әсәһе килгәне бармы икән? – тип һораным.
- Былтыр ҡайтып киткән, күрше ауылға туғандарына килгән. Улын күрергә теләге барлығын әйткән.
- Шунан?
- Айрат бармаған. "Миңә ундай әсәй кәрәкмәй", тигән.
- Ни эшләп улай итте икән?
- Эй, балам... – тине әсәйем. – Күрәһең, ғәфү итә алмағандыр. Әсәйле була тороп әсәйһеҙ үҫеүҙән дә ҙур бәхетһеҙлек юҡтыр...
Фото: forumodua.com
Автор: Венер Исхаҡов
  • Читайте нас: