+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2019, 14:00

10 декабрь – Бөтә донъя футбол көнө

Футбол – планетала иң танылған уйындарҙың береһе.

* Халыҡ-ара футбол ассоциациялары федерацияһы мәғлүмәттәре буйынса 2001 йылға донъяла 1,5 миллион команда теркәлгән. 250 миллионға яҡын кеше футбол уйнай.
* Футбол тураһындағы мәғлүмәтте тарихсылар беҙҙең эраға тиклем ике мең йыл элек билдәләнгән дата аҫтында ҡытай сығанаҡтарынан таба.
* Футболды Англияла уйлап табалар. Был илдә ул ярлы халыҡтың мауығыуы була, улар урамда туп тибеп уны ҡапҡаға индерергә тырыша.
1863 йылда ғына уйын ҡағиҙәләре уйлап сығарыла.
* 1897 йылдың 12 октябре Рәсәйҙә футболға нигеҙ һалыныу датаһы тип иҫәпләнә. Ошо уҡ йылды Рәсәй Халыҡ-ара футбол ассоциациялары федерацияһына ҡабул ителә.
1913 йылда Рәсәйҙә 150-нән ашыу клуб иҫәпләнә.
Читайте нас: