-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2019, 13:00

10 декабрь – Бөтә донъя кеше хоҡуҡтары көнө

Кеше хоҡуҡтары көнө 10 декабрҙә билдәләнә

1948 йылдың тап ошо көнөндә Берләшәкән Дәүләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһын ҡабул итә. Унда милләтенә, теленә, диненә, сәйәси ҡарашына, социаль, милек һәм башҡа хәленә ҡарамай һәр кемдең тигеҙ хоҡуҡлы булыуы билдәләнә.
Декларация 500-ҙән ашыу телдә тәржемә ителгән.
Тигеҙлек, ғәҙеллек һәм азатлыҡ – ул йәбер-золомдо булдырмау һәм тыныслыҡты яҡлау.
Рәсәйҙә йола буйынса был көндө халыҡҡа үҙ хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре, хоҡуҡ институттары эшмәкәрлеге һәм башҡалар тураһында аңлатыу өсөн йәмәғәт, хоҡуҡ һаҡлау, мәғариф ойошмалары тарафынан төрлө рәсми һәм рәсми булмаған саралар үткәрелә.
Читайте нас: