-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2019, 16:40

Һары төҫтәге ҡар

Карелияның Сегежа ҡалаһы халҡы ике көн буйы һары төҫтәге ҡар яуыуын күреп ғәжәпкә ҡалған.

Карелияла һары төҫтәге ҡар яуған
Белгестәр әйтеүенсә, ҡарҙың төҫөнә составында тимер миҡдары күп булған конденсат тәьҫир иткән.
Карелияның Сегежа ҡалаһы халҡы ике көн буйы һары төҫтәге ҡар яуыуын күреп ғәжәпкә ҡалған.
Сегежа ҡағыҙ-целлюлоза комбинатынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡарҙың һары төҫө ҡағыҙ яһаусы машинала составында күп миҡдарҙа тимер булған конденсат бүленеп сығыуҙан тип иҫәпләйҙәр. Улар конденсаттың ергә төшкәс реакцияға инеп, тутыҡ менән ҡапланыу сәбәпле ҡарҙы һары төҫкә буяған тип уйлайҙар. Әлеге ваҡытҡа комбинат йоғонто яһаған зонала һауаға һәм ҡарға анализдар эшләнгән.
«БДМ-11 (ҡағыҙ эшләүсе машина) конденсатында тимер күләме 500 мкг/л-ҙан алып 1250 мкг/л-ға тиклем етә. Бындай күләмдә тимер һаулыҡ өсөн зыянлы түгел», - тип яҙа «Республика».
Шулай уҡ был ғәжәйеп хәлгә төбәктәге һауа шарттары ла йоғонто яһағандыр тип билдәләнә.
Читайте нас: