+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2019, 18:00

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Зәки Вәлидиҙең тыуған көнө

Башҡорт халҡының бөйөк улы, донъя күләмендә танылған ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 130 йыл (1890- 1970).

Ул мәшһүр ғалим, Рәсәй Федерализмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Әхмәтзәки Вәлиди хәҙерге Ишембай районы Көҙәй ауылында тыуған. Ул үҙ заманы өсөн бик уҡымышлы ғаиләнән. Ғәрәп, төрки, рус телдәренең тәүге һабаҡтарын атаһы Әхмәтшаһ хәҙрәт тотҡан мәҙрәсәлә ала, әсәһе фарсы телен яҡшы белгән һәм улына ла өйрәткән. Артабан Ә. Вәлиди төрлө мәҙрәсәләрҙә уҡыуын дауам итә, Ҡазандың «Ҡасимиә» мәҙрәсәһен тамамлай.
1908 йылдан алып уның мәҡәләләре төрлө төрки телле гәзит-журналдарҙа баҫыла башлай. 1912 йылда уның «Төрк вә татар» тарихы исемле тәүге китабы сыға.
1916 йылдан алып Ә. Вәлиди илебеҙҙең сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша башлай. 1917 – 1920 йылдарҙағы хәл-ваҡиғалар уны илдең иң күренекле сәйәси эшмәкрҙәренең береһенә әүерелдерә.
1923 йылдан алып уның сит илдәге тормошо һәм ғилми эшмәкәрлеге башлана. Ул ныҡышмалы рәүештә фән үрҙәрен яулауын дауам итә. Тарих буйынса бик күп мәҡәләләр яҙа, күп һанда китаптар нәшер итә, Вена университетын тамамлай. Тормош юлында осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, Ә. Вәлиди бөтә донъяға билдәле ғалим булып таныла.
Читайте нас: