+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2019, 15:55

Башҡорт теле көнө

Башҡортостан Республикаһында дәүләт теле булараҡ, башҡорт телен, халҡыбыҙҙың мәҙәни һәм рухи мираҫын һаҡлау, үҫтереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан Башҡорт теле көнөн билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Ул йыл һайын билдәле мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә – 14 декабрҙә билдәләнәсәк.
Беҙҙең районда башҡорт халҡының телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән саралар үткәрелеп тора. Ҡалала һәм районда йәшәүселәр уларҙа әүҙем ҡатнаша. Барлыҡ белем биреү учреждениеларында төп халыҡтың теле өйрәнелә. Ошо көндәрҙә 5-се гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада үтте. Бынан тыш, быйыл дәүләкәндәр башҡорт теле буйынса диктант яҙҙы.
Башҡортостан Башлығы ҡарарын үтәү йәһәтенән ниндәй саралар үткәрелеүе тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Читайте нас: