Был – йыуыныу бүлмәһендә күрергә ғәҙәтләнгән ябай һабын киҫәге түгел, ә сәнғәт өлгөһө, тиһәң дә була. Ғәҙәти булмаған рәүештә, бары тик тәбиғи һабын нигеҙенән, тәбиғи буяуҙар һәм ҡатнашмалар ғына ҡушып яһалған. Хатта махсус май өҫтәмәһәң дә, тирене ҡоротмай, матур итеп күперә.
Өй шарттарында һабын яһау артыҡ ҡыйын да, оҙаҡ та түгел. Ярты сәғәт ваҡыт, саҡ ҡына сабырлыҡ һәм хуш еҫле матур һабын киҫәге әҙер! Өйрәнеү өсөн тәүҙә балалар һабыны нигеҙендә эшләп ҡарайыҡ. Бының өсөн беҙгә кәрәк буласаҡ:
- балалар һабыны (бер ниндәй ҙә ҡатнашмаһыҙ булһа яҡшыраҡ),
- шыйыҡса (һөт йә һыу менән дә иретергә мөмкин, әммә һыу менән яһалған һабын һуңынан тирене үтә ныҡ ҡоротоуы ихтимал, шуның өсөн дә һөт менән иретеү отошлораҡ),
- хуш еҫле эфир майы йә ароматизатор,
- буяҡ,
- һабын иретеү өсөн һауыт,
- ҡырғыс,
- һабын өсөн форма (махсус кибеттәрҙә силикон йә пластик формалар һатыла, әммә бының өсөн башҡа нәмәләрҙе лә яраштырырға була, мәҫәлән, буш майонез йә башҡа берәй аҙыҡ-түлек һауытын, кәрәкмәгән уйынсыҡҡа ла ҡойорға мөмкин, тик быяла йә тимер һауыттан алыуы ауыр буласаҡ),
- спирт.
Эште башлайбыҙ.
1. Балалар һабынын ҡырғыс менән ҡырабыҙ. Һабын артыҡ ҡаты һәм уны ҡырыуы еңел түгел икән, бер аҙ йомшартып алыу кәрәк. Мин бындай саҡта уны микротулҡынлы мейескә һалып йылытам.
2. Ҡырғыстан үткән юнысҡыға 1/1 күләмендә һөт ҡоябыҙ.
3. Хәҙер был ҡатнашманы иретәбеҙ – икенсе берәй ҙурыраҡ һауытҡа һыу ҡойоп, ҡайнау хәленә еткергәс, һауыт эсенә һабынлы һауытыбыҙҙы ҡуябыҙ. Юнысҡы тиҙерәк иреһен өсөн, болғап тороу кәрәк.
4. Ҡатнашманың төйөрҙәре иреп бөткәс, уттан алабыҙ.
5. Хәҙер ҡатнашманы матур төҫкә буяйыҡ. Мин торт бешергәндә ҡулланылған тәбиғи зәңгәр буяҡ алдым. Бер нисә тамсы етә.
Теләгегеҙ булһа, май өҫтәргә була. Дарыуханаларҙа йә махсус кибеттәрҙә виноград төшө, пальма, бойҙай шытымдарынан һ.б. һығып яһалған майҙар һатыла.
6. Төҫлө ҡатнашмаға хуш еҫ тә өҫтәйек. Эфир майҙарын һәр дарыуханала һатып алырға мөмкин. Мин шыршы (пихта) майын һайланым һәм бер нисә тамсы тамыҙам. Күп ҡойһағыҙ, һабынығыҙ үтә ҡырҡыу еҫле булыр.
7. Яҡшылап болғатҡас, хуш еҫле ҡатнашманы формаға ҡоябыҙ.
8. Һабын өҫтөндәге ҡыуыҡтарҙы бөтөрөү өсөн, спирт бөркәбеҙ (мин дарыухананан ҡырмыҫҡа спиртын алдым, ә бөркөү өсөн буш дарыу һауытын ҡулланам).
9. Һабын әҙер, хәҙер уны һалҡын урынға ҡуйып тороу кәрәк. Һыуытҡыста тиҙерәк ҡатыр. Ҡатҡас, форманан сығарабыҙ һәм рәхәтләнеп файҙаланабыҙ.
Һабынды махсус һабын нигеҙенән дә эшләйҙәр. Ул махсус кибеттәрҙә һатыла, Интернет аша яҙҙырып алырға ла мөмкин. Ваҡ киҫәктәргә турағас, микротулҡынлы мейестә ул 1-2 минутта ирей. Мейесте мин 350-400 ватт ҡеүәтенә ҡуям. Артабан инде өйрәнгәнсә эш итәбеҙ: үҙегеҙ теләгән май, буяу йә төҫ ҡушып болғатырға һәм ҡатнашманы формаға ҡойоп ҡатырырға.
Бындай һабындарҙы аҙыҡ пленкаһына урап һалырға кәрәк. Был уны сыйылыуҙан, йәмшәйеүҙән һаҡлар. Һабын тик тәбиғи ҡатнашмаларҙан яһалғас, уны тиҙ арала файҙаланыу хәйерле. Оҙаҡ һаҡлаһағыҙ, еҫе, төҫө үҙгәреүе ихтимал.