0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Декабрь 2019, 16:45

12 декабргә халыҡ һынамыштары

12 декабрь – изге Парамон көнө, был көн ҡыштың ниндәй буласағын күрһәтә.

12 декабрь – изге Парамон көнө, был көн ҡыштың ниндәй буласағын күрһәтә.
12 декабрь – христиандар дине өсөн язалап үлтерелгән изге Парамон һәм тағы ла 370 ҡорбанды иҫкә алыу көнө.
370 христианды ҡулға алып, бикләп ҡуялар, язалап, диндән баш тартырға өндәйҙәр. Уларҙың интегеүен күреп, Парамон исемле кеше был христиандарҙы яҡлап сыҡҡан һәм 370 ҡорбан менән бергә язалап үлтерелгән.
Был көндәге һауа торошона ҡарап, тотош ҡыштың ниндәй буласағын фаразлағандар. Шунан көндөң исеме лә килеп сыҡҡан: Парамон – ҡышты күрһәтеүсе. Иҫке календарға ярашлы был көн 29 ноябргә тап килә. Шуға ошо көндәге һауа торошона ҡарап, ҡыштың ниндәй булғанын билдәләгәндәр:
  1. Крәҫтиәндәр был көндө иртән ҡояшты ҡаршыларға сыҡҡан. Әгәр ҙә иртә ҡояшлы, болотһоҙ булһа, декабрь айы ла аяҙ буласаҡ тип иҫәпләгәндәр.
  2. Иртәнән үк ҡар яуһа, изге Николай көнөнә тиклем (19 декабрь) бурандар көтөлә.
  3. Әгәр ҙә был көнгә ҡар бөтөнләй яумаһа, ҡыш йылы һәм ҡарһыҙ буласаҡ.
  4. Ҡар ябалаҡлап яуһа, йылы буласаҡ.
  5. Был көндө ҡар яуһа, икенсе йылда иген уңасаҡ.
  6. Әгәр ҙә ҡояш ҡыҙарып сыҡһа, көн аяҙ, әммә елле буласаҡ.
  7. Күктә йондоҙҙар яҡты итеп янһа, ҡыш һыуыҡ киләсәк.
  8. Парамон көнөнә ҡар күп булһа, киләһе йыл яҡшы буласаҡ.
  9. Был көндө ҡыйыҡтан ҡарҙы һепереп төшөргәндәр. Халыҡ әйтеүенсә : «Парамон етте – ҡыйыҡтан ҡарыңды һепер».
    12 декабрь көндө тыуған кешеләрҙең тормош девизы: «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух». Уларҙың талисманы – амазонит. Был таш дөйөм алғанда һәм финанс өлкәһендә уңыш килтерә.
    Читайте нас: