Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тауыш биреүе менән ҡабул ителде. Ул Рәсәйгә бәхәсһеҙ ҡануниәт абруйы булған цивилизациялы донъя йәмғиәтенә ҡушылырға хоҡуҡи нигеҙ булды. Кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын юғары ҡиммәттәр итеп, Рәсәйҙең суверенитетын һәм уның ҡаҡшамаҫ демократик нигеҙен раҫланы.
Яңы һулыш алған Рәсәй һуңғы ваҡытта еңел булмаған юл үтте. Беҙҙең йәмғиәттә үҙгәрештәрҙең береһе лә еңел бирелмәне, ләкин улар рәсәйлеләрҙең үҙ көсөнә һәм илде тергеҙеүгә булған ышанысын һүндермәне. Бөгөн йәмғиәттә сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлауҙа Конституцияның роле ҙур.
Рәсәй Федерацияһының һәр гражданының бурысы – Конституцияла ҡаралған ҡағиҙәләрҙе һәм ҡабул ителгән закондарҙы күҙәтеү, хоҡуҡи дәүләттең принциптарын һаҡлау. Бары тик шул осраҡта ғына киләсәгебеҙ яҡты буласаҡ.