+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2019, 18:35

Кешеләр менән эшләүе ҡыҙыҡлы!

ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре байрамы

Был һүҙҙәрҙе Дәүләкән районы ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре айына яҡынса 20 тапҡыр әйтә, йылына яҡынса өс йөҙ көн өйләнешеүселәрҙең бәхетле йөҙҙәрен күрә. Нисә бала донъяға килеүен, шулай уҡ сабыйҙарға билдәле һәм ғәҙәти булмаған исемдәр ҡушылыуы тураһында ла иң алдан уларға билдәле була.
- Үткәндәргә һаҡсыл ҡарау, бөгөн намыҫлы эшләү, киләсәккә ышаныс менән ҡарау – беҙҙең көндәлек эштәге төп принциптар, - тип һөйләй Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлеге начальнигы Альфира Ринад ҡыҙы Гилдина. – Төп белгес-эксперт Наталья Викторовна Силантьева, белгес-эксперт Эльвира Рөстәм ҡыҙы Ғабдрахманова, мәғлүмәттәр индереү операторҙары Әлфиә Дамир ҡыҙы Әхмәтйәнова, Эльвира Минеғәлим ҡыҙы Хөснөтдиноваларҙан торған беҙҙең ойошҡан, маҡсатҡа ынтылыусан коллектив һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер. Улар кеше яҙмыштары тарихы һаҡланһын өсөн граждандар торошо акттарының дәүләт теркәүе китаптарын электрон формаға күсерә.
Ҡайһы саҡта ЗАГС эше тантаналы ҡотлауҙар һәм гөлләмәләрҙән генә торған мәңгелек байрам булып күренгән кеүек. Әммә был улай түгел, яңы тыуған сабыйҙарҙы, өйләнешкән йәштәрҙе теркәүҙән тыш улар башҡа эштәр ҙә башҡара. Бында үлем тураһында таныҡлыҡ бирелә, фамилия, исем алмаштырыу, никахты тарҡатыу, мөрәжәғәт итеүселәргә яҡындары тураһында мәғлүмәттәр табырға ярҙам итеү кеүек эштәр башҡарыла һәм мәғлүмәттәр базаһына индерелә. Был эш 1925 йылдан бирле барыла.
ЗАГС бүлеге район Мәҙәниәт йортона күскәндән һуң ҡалала йәшәүселәр унда йөрөүе уңайлыраҡ булыуын билдәләй. Бында хәҙер тантаналы һәм ябай никахлашыу саралары, 50, 60-шар йыл никахта торғандарҙы хөрмәтләп тантаналар үткәрелә. ЗАГС хеҙмәткәрҙәренең үҙҙәренә лә эшләүе уңайлыраҡ – эш һәм архивтарҙы һаҡлау бүлмәләре тулыһынса заманса техника менән ҡорамалландырылған.
Шулай итеп, беҙҙең райондағы ЗАГС органының һәр хеҙмәткәре хоҡуҡи дәүләт төҙөүҙә үҙ өлөшөн индерә һәм хәҙерге заманда өҫтөнлөккә эйә булған граждандарҙы хоҡуҡи һәм законлы яҡлауҙы тәьмин итә.
Татьяна Бусарева.
Читайте нас: