+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2019, 18:25

Ярты быуат бергә

Ете ейәндәре, ике бүләләре өләсәй менән олатай эргәһендә ҡунаҡ булырға ярата

Юбилей көнөндә Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе ирле-ҡатынлы Мөсәғитовтар ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыланы һәм яҙмыш уларҙы нисек осраштырыуын бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе
«Мөхәббәт? – тип ҡабатланы ҡунаҡтар эргәһендә Фатих Сиҙәт улы, - беҙ ул ваҡытта ундай һүҙ барлығын да белмәнек! Ниндәй мөхәббәт?!».
Бынан күп йылдар элек, йәш сағында, ниндәй генә һауа торошо булыуына ҡарамаҫтан, ун биш километр юлһыҙ ерҙән икенсе ауылға - тәү күреүҙән йөрәгенә ятҡан ҡыҙҙы күрер өсөн ашҡынып барған мәлдәрен һөйләп китте. Әйтегеҙ әле, әгәр мөхәббәт булмаһа, егет шулай йөрөр инеме? Хис булмаһа нисек йөрөмәк кәрәк?
Декабрь башында бергә йәшәүҙәренең алтын юбилейын билдәләүсе Фатих Сиҙәт улы һәм Фәүилә Вафа ҡыҙының танышыу һәм мөхәббәт тарихын балалары, яҡындары һәм дуҫтары һәр саҡ ҡыҙыҡ итеп иҫкә алып һөйләй.
«Атайыбыҙ Мөсәғит ауылынан, әсәйебеҙ Искәндәрҙән, йәш ваҡытында оҙон бөҙрә сәсле, бик һылыу ҡыҙ була, - ти ҡыҙҙары Гөлнара. – Атайыбыҙ уға тәү күреүҙән ғашиҡ була». Тик ауыл егеттәренең сибәр, күңелсәк, уңған, яғымлы ҡыҙҙы һис кенә лә ситкә ебәргеләре килмәй. Икенсе ауыл егетен улар бик өнәп бөтмәй, хатта эш йоҙроҡҡа тиклем барып еткән саҡтар ҙа була. Әммә йәштәргә яҙмыштарын бергә бәйләргә бер нимә лә ҡамасауламай. Өйләнешкәс йәштәр Дәүләкәнгә күсеп килә, Фәүилә Вафа ҡыҙы - кирбес заводына, Фатих Сиҙәт улы межколхозстройға эшкә урынлаша.
Өс бала - ике ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Улар инде белем алып, ғаилә ҡороп, ҡала һәм район мәнфәғәтенә хеҙмәт итәләр. Ә тыуып үҫкән йорт элеккесә уларҙы һәр ваҡыт көтөп алған, күңел йылылығы менән үҙенә тартып торған, донъя ығы-зығыларынан ял итергә, ата-әсәйҙең аҡыллы кәңәштәрен тыңларға мөмкинлек биргән изге усаҡ. Ете ейәндәре, ике бүләләре өләсәй менән олатай эргәһендә ҡунаҡ булырға ярата. Улар бында туйғансы иркәләнеп, өләсәләре бешергән бәлештәрҙе тәмләп ашай.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов исеменән алтын юбилярҙарҙы ҡала-район ветерандар советы рәйесе Р.Ш. Гәрәев һәм Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһы ЗАГС бүлеге начальнигы А.Р. Гилдина ҡотланы, ветерандарға бүләктәр тапшырҙы. Ә ирле-ҡатынлы Мөсәғитовтар «Дәүләкән районы юбилярҙарының почет китабы»на ҡултамғаларын ҡуйҙы. Шуныһын әйтеп үтергә кәрәк, был инде беҙҙең ҡала һәм районда йәшәүселәрҙең ғаилә мөхәббәте һәм тоғролоғо яҙмаһының өсөнсө томы. Ул һуңғыһы булмаһын.
Галина Бурдилева.
Читайте нас: