* Финик организмдың төрлө сирҙәргә, инфекцияларға ҡаршы тороу көсөн арттыра, күҙәнәктәрҙең яңырыу барышын яҡшырта, арыуҙы, асығыуҙы бөтөрә.
* Пәйғәмбәребеҙ финикты йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы дарыу булараҡ ҡулланырға кәңәш иткән: емештә калий күп.
* Белгестәр әйтеүенсә, финикта шулай уҡ яман шештең үҫешен тотҡарлау көсөнә эйә мөһим элементтар бар.
* Емеш кальцийға бай, тимәк, һөйәктәрҙең нығыныуына булышлыҡ итә. Шулай уҡ күреү һәләтен яҡшырта.
* Бөгөнгө ғалимдар раҫлауынса, бер финик һәм бер стакан һөт кеше организмының туҡлыҡлы матдәләргә көндәлек ихтыяжын тулыһынса тәьмин итә.
* Финик әсә һөтөн сабый үҫеше өсөн мөһим витаминдар менән байыта. Пәйғәмбәребеҙ яңы тыуған баланы тәү тапҡыр имеҙгәнгә тиклем уның теш ҡаҙнаһын әлеге емештең йомшаҡ ере менән ыуырға кәңәш иткән.