-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Декабрь 2019, 13:45

Яңы йылға – бурысһыҙ!

9 декабренән 27 декабренә тиклем

Иң төп ғаилә байрамы алдынан республиканың суд приставтары ағымдағы йылдың 9 декабренән 27 декабренә тиклем «Яңы йылға – бурысһыҙ!» тигән мәғлүмәт медиакампанияһы ебәрҙе. Был сара тәү сиратта һәр кемдең үҙ бурысы тураһында белә алыуына һәм Яңы йылды бурысһыҙ ҡаршылауына йүнәлтелгән.
Республикабыҙ территорияһында суд приставтары тарафынан бурыстары булған кешеләрҙең мөлкәтен асыҡлап, арест һалыу, уларҙы бурыс ҡаплау иҫәбенә һатыуға ҡуйыу ғына түгел, ә суд приставтарына ҡабул итеүгә килә алмағандар йәки бурыстарын түләргә теләмәгәндәр менән осрашыу ҙа планлаштырылған.
Бурыстарын күрһәтелгән ваҡытта түләмәгәндәр өсөн уның суммаһынан ете процент күләмендә штраф санкциялары ҡаралған.
Т. Бусарева.
Читайте нас: