Үҙҙәренең тормошондағы мөһим ваҡиғаны рәсми рәүештә теркәр өсөн ЗАГС бүлегенә көн һайын тиҫтәләгән кеше килә. Улар араһында шатлыҡлылары ла, ҡайғылылары ла бар: тыуым йәки уллыҡҡа алыу, яңы ғаилә ҡороу йәки никахты тарҡатыу, фамилияны, исемде алмаштырыу, яҡын кешеләрҙең үлеме.
Шатлыҡлы ваҡиғалар ҡайғылылары менән аралашып, ЗАГС бүлегенең көндәлек тормошон сағылдыра. Шуның өсөн уларҙың эше яуаплылыҡ, иғтибарҙан тыш кешеләрҙең хәленә инә белеүҙе, итәғәтлелек талап итә.