Теле барҙың – иле бар. Башҡортостандың 100 һәм Башҡорт дәүләт университетына нигеҙ һалыныуға 110 йыл тулыуға арналған фестивалдә республиканың төрлө юғары уҡыу йорто аспирант-студенттары һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Улар сараға милли кейемдәрҙә килде. Форумда уҡыусылар туған телдәр буйынса презентация, тарихи докладтар менән сығыш яһаны. Белгестәр билдәләүенсә, глобалләшеү дәүере осоронда бындай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Сөнки 100 меңдән аҙыраҡ кеше аралашҡан телдәргә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай.
Рәсәйҙә барлығы 180 милләт вәкиле йәшәй. Башҡорттар 2010 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу компанияһы мәғлүмәттәре буйынса дүртенсе баҫҡысты биләй.