+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2019, 17:15

Беренсе Яңы йыл бүләге тапшырылды

Шарҙар менән биҙәлгән ҙур яһалма шыршы эйәһен тапты

Редакция тәүге подписчигына беренсе Яңы йыл бүләге тапшырҙы
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл аҙағына тиклем «районка» редакцияһы бер нисә бүләк уйнатасаҡ. Улар 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына декабрь айында яҙылыусыларға һәм квитанцияларын Туҡаев урамы, 1-се йорт адресы буйынса редакцияға килтереүселәргә биреләсәк.
Тәүге бүләкте тапшырыу 19 декабрҙә булды. Ул осраҡлы һандар генераторы ярҙамында үткәрелде. Вәғәҙә ителгәнсә, шарҙар менән биҙәлгән ҙур яһалма шыршы был аҙнаның төп бүләге булды. Уйнатыу һөҙөмтәһендә ул Дәүләкәндә йәшәүсе Рәфис һәм Дамира Әхмәтовтарға тапшырылды.
«Квитанцияларҙы килтергәндә беҙ, бәлки нимәлер оторбоҙ, тип өмөтләндек, әлбиттә. Әммә уңыштың тап беҙгә йылмайыуы көтөлмәгәнерәк хәл булды, - тип тәьҫораттары менән бүлеште улар – Бындай бүләк өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Хәҙер инде матур шыршыбыҙ менән һоҡланып, «районка»быҙҙы уҡыясаҡбыҙ һәм редакция хеҙмәткәрҙәрен йылылыҡ менән иҫкә аласаҡбыҙ».
Әлбиттә, был редакциябыҙ әҙерләгән сюрприздарҙың һуңғыһы түгел. Шишәмбе, 24 декабрҙә, беҙ хужалыҡ өсөн кәрәкле фильтр-көршәктең хужаһы кем булыуы тураһында һөйләйәсәкбеҙ.
Ә 30 декабрҙә төп супер-приз – электр ит турағысын уйнатасаҡбыҙ. Уңыш һәр кемгә йылмайырға мөмкин, сөнки был бүләкте уйнатыуҙа 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына район гәзитенә йыл дауамында яҙылыусыларҙың бөтәһе лә ҡатнаша ала. Төп бүләкте уйнатыу һөҙөмтәләре тураһында 31 декабрҙә хәбәр итәсәкбеҙ.
Күреүегеҙсә, беҙҙә бүләктәр күп! Уларҙы отоу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн, «районка» редакцияһына яҙылыу тураһында квитанцияларығыҙҙы алып килергә онотмағыҙ. 2020 йылға яҙылырға өлгөрмәгәнһегеҙ икән, әле ваҡыт бар. Ашығығыҙ, йыл аҙағына тиклем ике аҙна ғына ваҡыт ҡалды!
Читайте нас: