+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2019, 18:45

Етем ҡалған балалар ҡыҙғаныс

«Гүзәл үлеп ҡалған, бөгөн ерләйҙәр».Ауылдағы танышым телефондан шулай тигәс, бынан тиҫтә йылдар элек булған ваҡиға иҫемә төштө.

«Гүзәл үлеп ҡалған, бөгөн ерләйҙәр».
Ауылдағы танышым телефондан шулай тигәс, бынан тиҫтә йылдар элек булған ваҡиға иҫемә төштө.

Гүзәл беҙҙең ауылға килен булып килде. Тәүге ирен ниндәйҙер енәйәт арҡаһында төрмәгә ултырталар. Көндәрҙең береһендә ике бала менән ҡалған йәш ҡатын апаһына ҡунаҡҡа килгән еренән икенсе берәүҙе осрата. Бергә тора башлауҙарына өс йыл тигәндә йәнә өс балаға ғүмер бүләк итә ҡатын. Табыуын-таба ла ул, әммә уларҙы тәрбиәләргә генә ваҡыты ҡалмай шул. Уның “Әсәлек даны” миҙалын алғанын да беләм.
Ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә уны баш ҡалаға оҙатыу үҙе бер афәткә әүерелә.
Ярашлы кейем һайлап — тегенеһенән туфли, быныһынан күлдәк, кофта эҙләп арманһыҙ була улар. Кемдәндер алҡа, беләҙектәр ҙә алалар. Эскелек менән мауыҡҡан ҡатындың төҫ-башы таушалғанлыҡтан, уны биҙәү ҙә урындағы етәкселек иңенә төшә. Күҙ-ҡашына һөрмә тартып, ирендәренә ҡыҙыл яғып, бер сама ҡиәфәткә индерәләр.
Ауылға бер ҡайтҡанымда ҡыҙыҡһынып, уларҙың йортона ла индем һәм бындағы күренештән телһеҙ ҡалдым. Түшәк-мендәр ҡарағыһыҙ булып ҡатҡан, иҙәндә бер иле бысраҡ. Хужабикәгә тауыҡ кетәгендәй өйҙө йыйыштырып алыу бер ни тормай кеүек. Нимә үҫтерәләр икән, тиеберәк бер юлы баҡса тирәһен дә ҡараштырҙым. Бәрәңге сәскән булғандар, тик әҙәм буйылай үҫкән алабута араһынан көҙөн ниндәй уңыш йыясаҡтары билдәле инде. Ҡыяр, помидор, кишер кеүек йәшелсә күҙгә салынманы.
Миҙаллы ҡатынды баш ҡаланан ҡаршы алыу үҙе кеүек эскегә әүәҫтәр, бергә ҡатышып, ашап-эсеп йөрөгән дуҫ-иштәре өсөн оло байрам, кесе туйға әүерелә. Ҡайтышлай “герой” магазиндан тоҡсай-тоҡсай араҡы тейәп ала. Аҙна буйы йылға буйҙары гөрләп тора, миҙалды рюмкаға һалып, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп “йыуалар”, оҙаҡ эсеп йөрөп хатта юғалтып ҡуялар.

Бер нисә йылдан Гүзәлдең тәүге ире төрмәнән ҡайта ла биш балаһы менән уны кире килеп ала. Әммә бер аҙҙан икенсе иренән тыуған сабыйҙар уға артыҡ күренә башлай. Быға миҙаллы әсә һис тә аптырап ҡалмай: өс малайын эйәртә лә уларҙың аталары янына китә. Тик “хәстәрлекле әсә”нең сабыйҙарын тыуған йортона, атайҙары янына тиклем килтереп ҡуйырға хәле етмәй – күрше ауылға ҡәҙәр оҙата ла үҙҙәрен генә ебәрә. Сираттағы ауылға ҡайтҡанымда иһә Гүзәлдең теге балаларын да ташлап, Ишембай яғына кейәүгә сығып китеүе хаҡында әйттеләр.

Эскелек бер ваҡытта ла яҡшыға алып бармай шул. Бигерәк тә етем ҡалған балалар ҡыҙғаныс... Уларҙы кем иркәләр ҙә, кем әсә наҙын бирер...
Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас: