+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2019, 17:30

Микрорайондар байрамға әҙерләнә

Ҡала һәм ауылдарҙа шыршылар ҡуйыла

Байрам кәйефе булдырыу өсөн ҡала һәм ауылдарҙа шыршылар урынлаштырыла, боҙ тауҙары эшләнә, предприятиелар һәм учреждениелар биналары иллюминациялар менән биҙәлә.
Кемдәрҙер йорт фасадтарына һәм тәҙрәләренә гирляндалар ҡуя. Кемдәрҙер ҡарҙан әкиәт геройҙарының һындарын эшләү өсөн күпләп ҡар яуыуын көтә. Үҙҙәре йәшәгән микрорайонды матурлау эштәренә әүҙем ҡушылыусылар ҙа бар. Уҙған аҙнала Дәүләкән ҡалаһын һәм районын төҙөкләндереү һәм үҫтереү фонды хеҙмәткәрҙәре Ҡурмыш-Көньяҡ микрорайонының инициатив төркөмө менән берлектә профессиональ лицей стадионында шыршы урынлаштырҙы һәм ошо көндәрҙә боҙ тауы эшләй башлаясаҡ.
Күл урамында йәшәүсе Вера Павловна Баранникова йорто эргәһенән киҫелгән был шыршыны матур итеп биҙәрҙәр һәм бала-саға уның тирәһендә ваҡытын күңелле үткәрер. Шулай уҡ бында балалар һәм өлкәндәр өсөн күләмле байрам саралары үткәреү планлаштырыла. Башланғыс тураһында фондтың рәйесе Алексей Черемазов: «Байрамдарға әҙерләнгән ҡалабыҙҙы төҙөкләндереү эшенә беҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ һәм балаларға ла, өлкәндәргә лә Яңы йыл алдынан яҡшы кәйеф бүләк итергә тырышабыҙ»,- тип билдәләй.
Был миҫалға ҡалабыҙҙың һәм районыбыҙҙың башҡа кешеләре лә ҡушыла ала. Байрам тураһында алдан ҡайғыртҡан кешеләрҙә ул сағыу һәм күңелле үтә бит!
Татьяна Сәғәҙиева.
Читайте нас: