+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2019, 18:00

Ураған һайын һыу эс тиҙәр, уны дөрөҫ итеп эсә белеү ҙә зарур!

Һыу эсеүҙең төп биш ҡағиҙәһе:

1. Һыуҙы ашаған ваҡытта эсергә ярамай! Сөнки ашҡаҙан һуты тарҡатыла. Уны йә ашауға тиклем 40 минут ҡалғас, йә ашағандан 1,5 сәғәт үткәс эсергә ярай.
2. Һыуыҡ һыуға ҡарағанда йылымыс булғаны күпкә файҙалыраҡ. Һалҡын һыу эсәктәге ферменттарҙы "туңдыра". Шулай уҡ һалҡын һыу ҡан тамырҙарын ҡыҫа һәм лимфаға һәм ҡандың әйләнешенә насар йоғонто яһай. Ә был инде үҙ сиратында беҙҙең организм кәрәкле мәтдәләрҙе алып бөтөрмәне тигән һүҙ.
3. Һыуҙы йотомлап ҡына эсер кәрәк. Әгәр ҙә бер стакан һыуҙы бер тында эсһәң, ул организмда үҙләшергә өлгөрмәй, ә тиҙ арала сығарыла һәм бөйөрҙәргә артыҡ көс төшә.
4. Һыуҙы торғас та эсһәң, эске органдарҙы йыуа, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләй, организмды уята.
5. Һыуҙы тик ултырып ҡына эсергә, тороп эсһәң ул буштан-бушҡа сығарыла, ә ултырып эскән осраҡта ҡанға һеңә.
Бына ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе ай дауамында тотҡан осраҡта һөҙөмтәләре күҙгә күренер! Тире һәм ирендәр дымлыраҡ, сәстәр ялтырабыраҡ китер!
Иң мөһиме организмда энергетик көс артыр!
Һау-сәләмәт булайыҡ, матурлыҡҡа ынтылайыҡ!!!
Читайте нас: