Әгәр гөл һауытындағы тупраҡ артыҡ кибеп, ярғыланып бөтһә, уға аҙ ғына бысҡы онтағы йә ҡом һалығыҙ.
Бүлмә гөлдәренә һыуҙы артыҡ күп һипмәгеҙ. Һыу һибеп 2 – 3 сәғәт ваҡыт үтеүгә, һауыт төбөнә ҡуйылған тәрилкәләге һыуҙы түгегеҙ.
Үҙәктән йылытыла торған йорттарҙа бүлмәләр кәрәгенән артыҡ ҡоро булһа, гөлдәргә айына бер тапҡыр һөт һибегеҙ.
Фикустың япраҡтары ялтырап, йәм-йәшел торһон тиһәгеҙ, гөлдөң һабағы менән тамыры тоташҡан урынға бер балғалаҡ кастор майы һибегеҙ.
Гөлдәр йылылыҡ сығарыусы әйберҙәрҙән алыҫ торорға тейеш. Үтә һуҡҡан ел, томан һәм тәмәке төтөнө лә уларға зарарлы.
Бүлмә гөлдәренә сафлыҡ биреү өсөн уларға еңелсә балланған һыу һибеү яҡшы.
Драценаның япраҡтарын һәр саҡ еүеш сепрәк менән һөртөп торорға кәрәк.Улар таҙалыҡ ярата.Ныҡ яҡтылыҡ та,бик йылы температура булғанда ла һарғая.Ҡыш көнө иң яҡшыһы 14-16 градус йылылыҡ кәрәк.Йәш драценаны йыл һайын күсереп ултырталар.Аҙағыраҡ 3-4йыл һайын.Күләгәле ерҙә яҡшы үҫә.Йәй һыуҙы мул һәм йыш һибергә кәрәк.
Миләүшәне мәңгелек мөхәббәт символы, тиҙәр. Уны дөрөҫ тәрбиәләһәң, йыл буйына сәскә ата. Бүлмәлә ҙур һауытҡа ултыртырға ярамай. Әгәр гөлдөң япраҡтары һарғайһа, ул сәскә атмаясаҡ. Бүлмә температураһындағы һыуҙы ла самалап ҡойорға кәрәк. Составында торф булған әсе тупраҡты бик ярата.Уның төрҙәре 1 мең 500-ҙән ашыу. Сәскәләренең диаметры – 4 – 5 сантиметр, үҙҙәре 7 – 10 сантиметр бейеклеккә тиклем үҫә. Өйөгөҙҙә уның бер нисә төрө булһа, йәмләп ултырасаҡ.
Хлорофитум – һауаны бик шәп таҙартыусы гөл. Уны аш- һыу бүлмәһенә ултыртыу файҙалы. Ә ғалимдар был үҫемлекте космос карабтарына ҡуйырға тәҡдим итә, сөнки унда һауа алыштырыу мөмкинлеге юҡ. Хлорофитумдың Тыуған иле – Көньяҡ Америка.
Алоэ – күпйыллыҡ үҫемлек. Рәсәйҙә уны йөҙйәшәр тип тә йөрөтәләр. Ул төрлө ауырыуҙарҙан шифалы. Тыуған иле – көньяҡ Африка. Алоэ һүҙе әсе тигәнде аңлата. Ул йылы һәм таҙа һауа ярата. Уға һыуҙы күп һибергә ярамай. Традесканцияның тыуған иле – Африка. Был гөл яҡтылыҡты ярата, тик уны ҡыҙыу ҡояш нурҙарынан һаҡларға кәрәк. Һыуҙы артыҡ күп һибергә ярамай. Ул орлоҡтан да, һабаҡтан да үрсей. Традесканция – бик файҙалы үҫемлек. Ул бүлмәләге һауаны таҙарта, дымландыра. Уны аквариумдағы балыҡтар ҙа ярата.