Йомортҡаларҙы ҡаты итеп бешерегеҙ. Уртаға бүлеп сығығыҙ һәм, һарыларын алып, ваҡ итеп туралған авокадо менән ыуығыҙ. Тәменсә тоҙ, майонез ҡушып бутағыҙ һәм был массаны йомортҡа аҡтары эстәренә тултырып сығығыҙ. Авокадо урынына тәрәс (треска) балығы бауырын йәиһә диңгеҙ ҡыҫалаһы (краб) итен (консерваларҙа һатыла) ҡулланһағыҙ ҙа була. Был осраҡта тоҙ кәрәкмәй.
Ҡабымлыҡтарҙы йәшел тәмләткестәр менән биҙәһәгеҙ, матурыраҡ та, тәмлерәк тә булыр. Борос һибергә лә була. Яңы йыл табынығыҙ йәмле, аштарығыҙ тәмле булһын!