0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Декабрь 2019, 11:50

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө

Һәр дәүләттең бөтөнлөгөн һаҡлап торған төп документы була.

Бынан 26 йыл элек, йәғни 1993 йылдың 24 декабрендә, Башҡортостандың Төп законы ҡабул ителә. Илебеҙ ауыр ваҡыттар кисергән осорҙа беҙҙең республика үҙенең төп документын ҡабул итеп, илдәге федерализмды яҡлауға тәүгеләрҙән булып үҙ өлөшөн индереүе менән дә ҡәҙерле был көн.
Мәғлүм булыуынса, Юғары Советтың ХII саҡырылыш эшмәкәрлеге Башҡортостан яҙмы­шында хәл иткес роль уйнаған сәйәси-хоҡуҡи документтар әҙерләү һәм ҡабул итеү менән билдәләнә. Улар иҫәбендә Дәүләт суверенитеты тураһында декларация, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы, шулай уҡ йәмғиәт тормошонда һәм Башҡортостандың закондар системаһын булдырыуҙа мөһим роль уйнаған башҡа норматив-хоҡуҡи акттар бар.
Башҡортостан Конституцияһы нормаларына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай барлыҡҡа килә, Президентлыҡ институтын ойоштороуға нигеҙ һалына.
Башҡортостан Республикаһы Конститу­цияһы төбәк биләмәһендә демократик хоҡуҡи дәүләттең һәм социаль йүнәлештәге иҡтисадтың нигеҙҙәрен нығыта. Республи­каның төп документын ҡабул итеү менән йәмғиәтебеҙ тормошонда тәүге тапҡыр күп партиялылыҡ, ирекле һайлауҙар, Конституция суды, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил, Контроль-иҫәп палатаһы кеүек төшөнсәләр барлыҡҡа килә. Республикала мировой судьялар институты ойошторолоп, уңышлы эшләй.
Әлбиттә, 26 йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тексы үҙгәрештәр кисерҙе. Мөһим өҫтәмәләр 2006 йылдың июнендә индерелде.
Башҡортостан Конституцияһы Бөгөн дә республикала йәшәгән төрлө милләт халҡын ойоштороп, яҡлап, киләсәген тәьмин иткән төп документ булып ҡала.
Читайте нас: