Бының сәбәбе булып бер нисә көн элек физик культура дәресендә сыҡҡан ыҙғыш тора. Уның һөҙөмтәһендә 7-се класта уҡыған малай икенсеһенең умыртҡа һөйәген һындыра. Был ыҙғыштың видеоһы социаль селтәрҙәргә ҡуйыла. Ә уҡытыусы был ваҡытта ни ҡараған һуң?
- Инцидент дәрестә була һәм зыян күреүсе малайҙың ата-әсәһе уҡытыусының да ғәйебе барлығын иҫбат итергә тырыша, - тип һөйләй ваҡиға менән яҡындан таныш булыусылар. – Был уҡыусыны һәр ваҡыт класташтары йәберләй, кәмһетә һәм туҡмай. Әммә был юлы саманан арттырып ебәрәләр һәм һөҙөмтәлә малайҙың ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуы бар.
Республиканың Тәфтиш комитеты тикшереү эштәре башлаған.