Ул бик еңел әҙерләнә, өҫтәүенә телде йоторлоҡ тәмле килеп сыға. Беҙгә бары тик банан, һөтлө шоколад (молочный) һәм таяҡсалар кәрәк буласаҡ.
Банандарҙы өлөштәргә бүлгеләп, йәиһә бүленмәгән килеш таяҡсаларға кейҙерәбеҙ һәм микротулҡынлы мейестә эретелгән шоколадҡа сумдырып алабыҙ. Шоколад банандың бар яғына ла буялырға тейеш. Тәмле десертты йылы килеш тә, һыуынып, шоколад ҡатҡас та ашарға була.
Яңы йылығыҙ татлы кисерештәргә бай булһын!