"Йыл хужаһы"н әҙерләү өсөн беҙгә 150 грамм тауыҡ түше (магазиндан әҙерҙе алырға ла мөмкин), өс йомортҡа, 100-150 грамм сыр, консерваланған алты ананас, 2-3 аш ҡалағы майонез, тәменә ҡарап тоҙ кәрәк булыр.
Биҙәү өсөн бешкән кишер, салат япрағы, ҡара төҫтәге зәйтүн һәм бер-ике колбаса киҫәге алабыҙ.
Тауыҡ түшкәһен, ананасты, йомортҡаны шаҡмаҡлап турарға. Сырҙы эре ҡырғыстан, аҙ ғына өлөшөн ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Майонез ҡушып, тоҙ һалып болғайбыҙ. Яҫы тәрилкәгә турамаларҙы сысҡан формаһына килтереп теҙәбеҙ. Өҫтөнә сыр һалабыҙ, ваҡланғанын иң аҙаҡ һибәбеҙ. Зәйтүнде уртаға ҡырҡып, "сысҡан"ға танау һәм күҙҙәр яһайбыҙ. Бешкән бер кишерҙән тәпәйҙәрен, ҡолаҡтарын эшләйбеҙ. Теләгәндәр ҡолаҡты ике түңәрәк итеп ҡырҡылған колбаса киҫәгенән дә яһай ала.
Яңы йыл табынығыҙ мул булһын! Етеп килгән байрам менән!