+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2020, 16:00

Яҡташымды юғалттым

Дүртенсе класҡа беҙ күрше ауылға йөрөп уҡый башланыҡ. Тап шунда тәү тапҡыр күрҙем мин Нәзирҙе. Ул беҙҙән өс класҡа юғары уҡый ине.

Яҡшы өлгәште тип әйтә алмайым, сөнки почет таҡтаһында уның фотоһын бер тапҡыр ҙа күрмәнем. Ә бына йыш ҡына тәртип боҙоп, линейкала бөтә мәктәп алдына баҫтырып әрләгәндәрен яҡшы иҫләйем.
Унынсыны тамамлағас, Нәзир бер училищела уҡып маташты ла, уны ташлап, ҡайҙалыр йөрөнө. Беҙҙең юлдар көтмәгәндә университетта киҫеште. Ҡараһам, ҡып итеп кейенгән яҡташым тора. Нәзир ул заманда һирәктәргә генә эләккән затлы тун кейгән, унан галстугы ялтырап тора. Ул мине күптәнге дуҫын күргәндәй ҡосаҡлап уҡ алды. Хәлем менән ҡыҙыҡһынды. Инде шаҡтай йәштә булыуға ҡарамаҫтан, яҡташым ситтән тороп уҡырға ингән. Бының сәбәбен "ҡатырға кәрәк бит, ҡатырға!" тип аңлатты ул. Үҙенән ҡайҙа эшләүе менән ҡыҙыҡһынмаһам да, һуңғараҡ алып-һатыу менән шөғөлләнеүен белдем.
Бер нисә юл үткәс, көтмәгәндә бер ойошмаға инергә тура килде. Бер ишекте асып ҡараһам, баяғы яҡташым ултыра. Әүәлгенән дә яҡшы кейенгән, танауына күҙлек эләктергән. Ҡыуанысымдан ул ултырған бүлмәгә инеп, ҡул биреп иҫәнләштем:
- Ҡотлайым, һин бында ултыраһың икән! - тинем.
Яҡташым да мине осратыуға ҡыуаныр икән тиһәм, йөҙөнә ғәжәпләнеү ишараты сығарып:
- Һине университетта һөйләшергә өйрәтмәнеләрме ни?! - тимәһенме!
Был шаярта икән тиһәм, юҡ, һаман да етди ултыра. Аптырап:
- Нисек инде? - тип һорайым.
- Нисек булһын! Бына мин ҙур ғына вазифа биләйем. Нисек инде телең барып миңә “һин” тип мөрәжәғәт итәһең! - Яҡташым һаман да шаярта икән, бына-бына ауыҙы йырылыр тип уйланым. Юҡ, уның күҙҙәре лә ниндәйҙер киҫәтеүле ине. Элек һин дә мин һөйләшеп йөрөгән егеттең ҡапыл үҙгәреүенә ғәжәпләнеүемдең сиге булманы.
Кешене белгең килһә, власть бир тигәндәре хаҡ икән.
Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас: