Шунда уҡ ауылдың иң осондағы һәр ваҡыт емерек хәлдә торған бәләкәй өй күҙ алдына килде. Яңғыҙ ғына йәшәгән әбейҙең ҡойма-ҡапҡалары ла йә тимер сыбыҡ менән сырмалған, йә иҫке сепрәк менән бәйләнгәйне...
Гөләйфә әбей - әсәйемдең тиңдәше. Бөйөк Ватан һуғыш башланғанда уларға 16-шар йәш булған. Был йылдарҙағы ауырлыҡ, уларҙың бергә ир эштәрен башҡарыуы, урманда ағас ҡырҡыуы хаҡында әсәйем йыш һөйләй торғайны.
Бәләкәй ауылда бөтәһе лә күҙ алдында. Гөләйфә әбейҙең кемгәлер инеп-сығып йөрөгәнен күрмәнем. Әсәйемдән:
– Ауылда бер туғандары ла юҡмы ни? - тип һораным.
– Ни эшләп булмаһын! Магазинда һатыусы булып эшләгән Ғилман ағайың – бер туған ҡустыһы, Нәфисә апайыңдың бер туған апаһы, - тине әсәйем, беҙгә күрше генә терәлеп тигәндәй ҙур, ҡупшы өйҙө күрһәтеп.
– Ни эшләптер Гөләйфә әбейҙең уларға бер ҙә килгәнен күргәнем юҡ.
– Эй, балам, хәҙер күптәр өсөн баш туған түгел, аш туған бит ул, - тине әсәйем, ауыр һулап. - Файҙаһы булмаған, мохтажыраҡ туғандарҙы һанлап бармайҙар шул. Кеше һине хәлләнеп китһәң генә күрә. Ана, Нәфисәнең элек мохтаж сағында бер кеме юҡ ине. Хәҙер иркен йәшәгәс, дуҫтары, туғандары ишәйҙе лә китте...