-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ғинуар 2020, 16:00

"Буласаҡ киленеңдең өс балаһы бар"

–Әсәй, һөйөнсө, мин өйләнәм! - Айгиз ишектән үк әсәһенең күптән көткән хәбәрен һөрәнләне. – Әлхәмдүлилаһ! Ауыҙыңа бал да май! Күрер көндәрем бар икән! Атайың ғына күрә алманы шул...

– Әсәй, ул тик беҙҙең милләттән түгел шул, мәрйә ҡыҙы.
– Бәй-бәй, мәрйә булһа ни, ул да кеше балаһы бит. Урыҫса әпәй-тоҙлоҡ ҡына һупалайымсы.
– Әсәй, тик ул бер нисә тапҡыр кейәүҙә булған шул...
– Беҙ йәш саҡта кемгә барғанбыҙ, шул бер кеше менән мендәрҙә сәс ағарта инек. Заманалар шулай булғас, ҡалайтаһың инде? Әҙәм балаһының яңылышҡан саҡтары ла, аңлашып бөтмәгән ваҡыттары ла булалыр.
– Әсәй, буласаҡ киленеңдең өс балаһы бар...
– Булһа ни, үҙебеҙҙеке кеүек ҡарарбыҙ, балаларҙың булыуы насар түгел. Тағы ла ишәйеп китерһегеҙ, йәшәүе лә күңеллерәк булыр.
– Әсәй, беҙҙең йәшәргә урыныбыҙ юҡ...
– Нимә һөйләп тораһың тағы! Атайың нигеҙе бит, һин йәшәмәй, кем йәшәһен инде был өйҙә!
– Әсәкәйем, һин ҡайҙа йәшәрһең икән?
– Эй, балаҡайым! Рәхмәт төшһөн! Гел мине уйлайһың инде! Бигерәк изге күңелле булдың – бер көндә киленле лә, өләсәй ҙә иттең. Һиңә һәйбәт булһа, миңә ҡайҙа ла яҡшы булыр, балаҡайым.
Гөлсөм Монасипова.
Фото:dela-ruk.ru
Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас: