-13 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
4 Января 2020, 17:00

Ни эшләп атайыңа оҡшамағанһың ул?

Сабирҙы тәү тапҡыр балалар йортонда күрҙем. Мәҙәни сараны ғәжәп үҙенсәлекле алып барҙы ул. Шиғырҙы шул тиклем әҫәрләнеп һөйләүе һоҡландырҙы. Һуңынан егеттең ни сәбәпле бында эшкә килеүе менән ҡыҙыҡһындым.

– Мин үҙем дә өс йәшкә тиклем балалар йортонда үҫкәнмен, - тине Сабир. - Бәлки шуғалырмы, институтты тамамлағас, ошонда килдем. Етемдәр менән эшләп ҡарағы килде.
– Оҡшаймы һуң?
– Оҡшай! Үҙем дә улар һымаҡ үҫкәс, күңелдәрен аңларға тырышам. Берәү ҙә бит бында үҙ теләге менән килмәгән. Кемдеңдер атай-әсәһе үлгән, икенселәренеке эскегә һабышҡан. Бында сабыйҙарҙың бер гонаһы ла юҡ. Берәү ҙә бәхетһеҙлекте теләп алмай.
Бер аҙҙан Сабир үҙенең яҙмышы хаҡында һөйләне.
Өс йәш тулғас, уны райондағы бер ғаилә уллыҡҡа алған. Ул саҡты томанлы ғына иҫләй Сабир. Бәлки, ауыл халҡы был хаҡта иҫкәртеп тормаһа, хәтерләмәгән дә булыр ине Мәктәптә бөтә мәҙәни сараларҙы алып бара малай. Йырлай, кәрәк икән, өҙә баҫып бейергә лә төшөп китә.
Әммә тора-бирә урамда кешеләр уға ғәжәп һорауҙар бирә башлай. “Сабир, атайың да, әсәйең дә улай булдыра алмай, ә һин ҡалай матур йырлайһың ул?” - ти берәүһе. “Атайың кәүҙәгә бәләкәй, ә һин бигерәк оҙон. Кемгә оҡшағанһың ул?” - тип төпсөнә икенсеһе.
“Күрәһең, был хаҡта өйҙәрендә лә һөйләшкәндәрҙер. Бер мәл класташым миңә “килмешәк” тип тә әйтеп һалды. Кешеләрҙең тупаҫ һорауҙар биреүен әле һаман аңлай алмайым. Ауыл халҡы бер-береһенә ихтирамлы булһын ине”, - тип һүҙен тамамланы Сабир.
Фото:megaboo.ru
Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас в