+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Ғинуар 2020, 17:00

"Туйҙым был мыжыҡ ирҙән..."

Баш ҡалала ике ҡатлы йорт һалып сыҡтыҡ. Аллаға шөкөр, бөтә әйберебеҙ ҙә бар. Ситтән ҡарағанда, минән дә бәхетле кеше юҡ һымаҡ. Имеш, етеш йәшәйбеҙ, ирем аҡса таба. Әммә был минең тормошомдоң кешегә күренгән яғы ғына. Ысынында иһә туйҙым был тормоштан. Дөрөҫөн әйткәндә, мыжыҡ ирҙән ялҡтым.

Ирем ныҡ ваҡсыл, бәйләнсек, мыжыҡ кеше. Уның бер нимәнән дә ҡәнәғәт булғанын күрмәҫһең. Бешергән ашым, әҙерләгән ризығым бер ваҡытта ла оҡшамай. "Һин ҡайҙа үҫтең ул, ҡулыңдан йүнле бер эш килмәй", - тип кәмһетә. Улай тиһәң, аш-һыуымды дуҫ-ишем яратып ашай. Ә ул һәр саҡ минән етешһеҙлек таба, кәмләй. Имеш, минең кәүҙәм килешһеҙ, зауығым юҡ. Бер шулай һеңлемдең туйына әҙерләнәбеҙ. Байрамға барыр булғас, әлбиттә, яңы күлдәк алдыҡ. Инде кейенеп, әҙерләнеп бөткәйнек, ирем миңә тишә яҙып ҡарап торҙо ла: "Бөтөнләй килешмәгән әйбер алғанһың. Бер ҙә зауығың булманы. Атҡа септә япҡан кеүек тораһың инде", - тимәһенме! Кәйефем шул тиклем ҡырылды.
Бөтә нәмәлә һәр ваҡыт мине ғәйепле итә. Өйҙә кран боҙолһа ла, аш эҫе булһа ла, мин ғәйепле. Бала ауырыһа ла минең бошмаҫлыҡҡа япһара. Имеш, йүнләп ҡарамағанмын. Матур итеп кейенә, биҙәнә башлаһаң, тағы яратмай. Йәнәһе, мин сит ирҙәрҙе ҡаратыр өсөн шулай эшләйем.
Шуныһы ғәжәп: ирем аҡса йыйырға ярата. Концертҡа, театрға йөрөү – уның өсөн аҡсаны бушҡа туҙҙырыу. Хатта йырлаған, бейегән кешене яратмай. Телевизорҙан концерт ҡарай башлаһам, тапҡанһың ҡарар нәмә, ти. Ауылға атай-әсәйем янына ҡайтырға булһа ла, мең бәлә килеп тыуа. Ни эшләйһең аҡса бөтөрөп, тигән һүҙҙәр менән боғаҙымдан ала. Бер шулай үҙе ауырып китеп шаҡтай ваҡыт дауаханала ятты. Ярай, әҙерәк булһа ла башым тынып ҡалыр тип эстән генә уйлаһам да, килеп сыҡманы. Әйләнгән һайын шылтыратып, нимә эшләйһең, ҡайҙа бараһың, ниңә бараһың, тигән һүҙҙәр менән ҡаҡшатты.
Ирем кеше, туғандарым килгәнде лә өнәмәй, яҡты сырай күрһәтмәй. Хәҙер беҙгә бер кем дә килмәй башланы. Бер һүҙ менән әйткәндә, минең дә бүтәндәр кеүек ирекле булып йәшәге килә. Ҡайһы ваҡыт айырылайым да ҡуяйыммы икән тип уйлайым. Әсәйемә был хаҡта әйтһәм, "Кеше көлдөрөп, айырылам, тип йөрөмә, кейәү харап һәйбәт, ҡул күтәрмәй, хан һарыйындай өйҙә йәшәйһегеҙ. Шашып ҡотораһың", – ти.
Ә бит бәхет аҡсала ла, етеш йәшәүҙә лә түгел. Бер-береңде хөрмәт итеп йәшәһәң ине ул. Туйҙым мин был тормоштан!
(Бер ҡатындың зарланыуынан).
Фото: deseret.com
Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас: