Бер көндө, иртәнге сәйҙе эсеп ултырғанда, уларҙың ихатаһына егеүле ат килеп ингән. Нимә булды икән, тип Ғәтифә әбей тышҡы яҡҡа йүнәлә. Ҡунаҡ ҡыйынһынып ҡына Мирғәсим бабайҙың үле кәүҙәһен алып килеүен әйтә. Был һүҙҙе иштетеп, төпкө бүлмәләге хужа үҙе йүгереп килеп сыға. Ул "үҙенә" иҫе китеп ҡарап тора-тора ла, "был мин түгел", тип боролоп өйгә инеп китә.