Шуға хатта маршрут автобусын да көтөп торорға тәҡәт ҡалманы, таксиға ултырып ҡына ҡайттым. Ҡабаланғас, күстәнәс-фәлән дә алып булманы.
– И-и-и, балаҡайым, ниндәй йыуаса ти тағы. Һин үҙең күстәнәс, – тип кинйәһен супылдатып үбеп алды әсәһе.
Иртәгәһен Мәхмүт төшкә тиклем йоҡо бешерҙе. Әсәһе, бәпесем уянып ҡуймаһын тип, бесәй кеүек һаҡ ҡына баҫып йөрөп аш һалды, мунсаһын йәһәтләне.
Рәхәтләнеп йыуынып, тамаҡ туйҙырып алғас, Мәхмүт китергә йыйынды.
– Әсәй, бөгөн пенсия алғанһыңдыр бит? Юлға әҙерәк кенә аҡса бир әле...