0 °С
Ясна
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ғинуар 2020, 18:20
ПУТИН 2020 ЙЫЛДАН МИНИМАЛЬ ЭШ ХАҠЫН АРТТЫРЫУ ТУРАҺЫНДАҒЫ ЗАКОНҒА ҠУЛ ҠУЙҘЫ
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡултамға ҡуйған законға ярашлы минималь эш хаҡының күләме айына 12130 һум буласаҡ. Бындай үҙгәрештәр 2020 йылдың 1 ғинуарынан индерелеүе көтөлә.
Был туралағы документ махсус
порталда
баҫылып сыҡты, тип
ТАСС
яҙа.
Әлеге мәлдә минималь эш хаҡы күләме 11280 һум.
Федерация Советы вице-спикеры Галина Карелова һөйләүенсә, МРОТ-тың артыуы эш хаҡының, компенсацияларҙың һәм һәр төрлө пособиеларҙың артыуына ла килтерәсәк. Шулай, бала ҡарау өсөн, ауырлы саҡтағы түләүҙәр һәм һаулыҡ ҡаҡшау буйынса отпуск (больничных отпусков) буйынса алынған аҡса күләме лә артасаҡ.
Карелова шулай уҡ ҡайһы бер төбәктәрҙә бындай минималь түләүҙәрҙең күләме юғарыраҡ булыуы ихтималлығын да инҡар итмәне.
Автор: Эльмира Киеккужина
https://hakmar.rbsmi.ru/news/Putin-2020-yildan-minimal-esh-ha-in-arttiriu-tura-inda-i-zakon-a-ul-uy-i-60000/
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы