+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2020, 13:10

Наҙгөл Ҡорбанғәлиева – еңеүселәр иҫәбендә!

Үткән йыл аҙағы Наҙгөл Ҡорбанғәлиева өсөн айырыуса уңышлы булды

Талбазы ҡасабаһында ашнаҡсы һөнәренә уҡып йөрөгән ҡыҙ “Йәш профессионалдар” асыҡ төбәк чемпионатында 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы араһында икенсе урын яуланы.
Чемпионаттың маҡсаты – халыҡ-ара ярыштар үткәреү аша эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу. Ошондай абруйлы конкурста яҡташыбыҙҙың уңышҡа өлгәшеүе беҙҙең өсөн ҙур һөйөнөс. Наҙгөлгә артабан да уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ. Быйылғы йыл да уңыштар килтерһен.
Читайте нас: