+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2020, 16:00

ПУТИН М.В. НЕСТЕРОВ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ХУДОЖЕСТВО МУЗЕЙЫ КОЛЛЕКТИВЫН БЕР БЫУАТЛЫҠ ЮБИЛЕЙЫ МЕНӘН ҠОТЛАНЫ

Дәүләт башлығы М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы коллективын 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡотлап телеграмма ебәрҙе.

"Бер быуатлыҡ юбилей -- һеҙҙең коллективығыҙ өсөн байра. Ә Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәни тормошонда оло бер тантана булып тора", -- тип башланған телеграмма һүҙҙәре.
"Музейҙың тарихи башланғысы башында бөйөк рәссам, энтузиаст Михаил Васильевич Нестеров тора. Ул үҙ ваҡытында тыуған ҡалаһына үҙенең һәм бик күп оҫталарҙың уникаль эштәре коллекцияһын бүләк итте. Шуға ла музей үҙенең бай экспонаттары менән айырылып тора.
Хеҙмәткәрҙәренең йылдар буйы традицияға һалынған эш тәжрибәһенә таянып эшләүе, музей сәнғәтен яратыусылар араһында абруй ҡҙанған. Ә музей фонды йылдан-йыл яңы экспонаттар менән байытыла бара", -- тип тамамлаған Владимир Путин телеграммаһын.
Автор: Эльмира Киеккужина
https://hakmar.rbsmi.ru/news/Putin-M-V-Nesterov-isemend-ge-Bash-ort-d-l-t-hudogestvo-muzeyi-kollektivin-ber-biuatli-yubileyi-men-n-otlani-65412/
Читайте нас: