+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2020, 19:00

Сыр һәм һарымһаҡлы картуфтан запеканка

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Ингредиенттары:
* 400 грамм картуф;
* 2 йомортҡа;
* 60 грамм сыр;
* 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ;
* 1 һарымһаҡ теше;
* тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр.
Әҙерләү:
Картуфты эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға йомортҡа, ҡаймаҡ, ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, иҙелгән һарымһаҡты, тоҙ, боросто ҡушып болғатабыҙ. Унан формаға һалып, өҫтөнә 1 йомортҡа, 30 гр сырҙы һәм йәшел тәмләткестәрҙе турап ҡушып, иҙмәне ҡоябыҙ.

Запеканканы 180 градус эҫелектәге духовкала 30 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Читайте нас: